Проекттар баһа алды29.09.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов егерме биш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәренә, биш ижади коллективҡа гранттар тапшырырға ҡарар итте. Авторлыҡ проекттарының күбеһе тыуған яҡ тарихын, уның күп милләтле әҙәбиәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Мәҫәлән, Татьяна Петрованың проекты кескәй уҡыусыларҙа “Сережа Аксаковта ҡунаҡта” тигән интерактив музей уйыны аша матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләүгә арнала. Ринат Рамазанов “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө эшкәртеүендәге башҡорт фольклорын тикшергәне өсөн грант алды. Зинаида Карюгинаның эше украина мәҙәниәтен тикшереүҙе күҙаллаһа, Таңсулпан Бураҡаева ХVIII быуаттағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән “Гренадер тарихы” ҡурсаҡтар фильмын сығарырға әҙерләй.
Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы бүленгән аҡсаны республикала живопись мәктәбенә нигеҙ һалған Александр Тюлькиндың мемориаль йорт-музейын ойоштороуға тотонасаҡ.
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Белорет ойошмаһы эше инвалидтарҙы тормошҡа яраҡлаштырыу темаһына арнала. Проект хор коллективында вокал менән шөғөлләнеү аша социаль реабилитациялау мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелә.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад