Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында булды.
Республика етәксеһе 2013 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар урынлашасаҡ шифахананың ҡайһы бер объекттарын реконструкциялауҙы ҡараны. “Йәшел сауҡалыҡ” донъяның төрлө илдәренән 700-гә яҡын спортсыны һәм тренерҙы ҡабул итәсәк.
Рөстәм Хәмитов яңыртылған 2-се йоҡо корпусында булды. Төҙөкләндереүҙән һуң бөтә бүлмәләрҙә мебель менән техника яңыртылған, өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Республика Президенты шулай уҡ 3-сө йоҡо корпусын реконструкциялау менән танышты. Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға бөтә корпустар ҙа тәртипкә килтерелергә тейеш, тип билдәләне ул.
Артабан Президент дауалау-диагностика комплексына юлланды. Бында ете дауалау бүлексәһе асылған. “Йәшел сауҡалыҡ”та инженерлыҡ селтәрҙәре, энергия хужалығы объекттары тулыһынса алмаштырылған, биләмә төҙөкләндерелгән. Шифахананың инфраструктураһын яңыртыуға, корпустарҙа капиталь ремонт үткәреүгә 66 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
— Өфөлә үтәсәк ҙур халыҡ-ара спорт саралары, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары алдынан шифахананы тулыһынса үҙгәртеү буйынса байтаҡ эш башҡарыу бурысы тора. Ул эшлекле форумдарҙы, йыйындарҙы даими үткәреү урынына әүерелергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Йәшел сауҡалыҡ”та республика башлығы билдәле летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы Игорь Волк менән осрашты. Ул бында дауаланырға килгән. Космонавт билдәләүенсә, шифаханала хеҙмәтләндереү менән дауалауҙың сифаты бик юғары.
Л. ДӘҮЛИЕВА.