Бер тәрилкә өсөн... — Ғаилә менән кафела ял иткәндә ҡыҙым тәрилкә төшөрөп ватты. Бының өсөн ҙур ғауға ҡуптарып, кафе етәкселеге уның хаҡын түләүҙе талап итте. Хаҡы иһә тәрилкәнең магазиндағы хаҡынан биш-алты тапҡырға ҡиммәтерәк ине. Мин бының өсөн түләргә тейешме?
Рәзилә, Ишембай ҡалаһы.
— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 933-сө статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, шәхескә һәм уның мөлкәтенә, шулай уҡ юридик шәхестең (ойошманың) мөлкәтенә зыян килтерелгән хәлдә, ул зыян килтереүсе тарафынан тулыһынса ҡапланырға тейеш. Тимәк, һеҙ тәрилкәнең хаҡын түләргә тейешһегеҙ, әммә артығын түгел. Шулай уҡ ғәйептең ысынлап та һеҙҙә икәнлеген дә дәлилләргә кәрәк. Һәр хәлдә шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр берәй нәмә ватһағыҙ йәки боҙһағыҙ һәм ул ойошманың етәкселеге менән уртаҡ тел таба алмаһағыҙ, бер кем дә һеҙҙе көс менән түләттерә алмаясаҡ. Шул иҫәптән полиция ла. Ни бары суд ҡарары менән генә түләтергә хаҡлылар.
Өлгөрмәгән икән — уларҙың бәләһе— Супермаркетта бер ҡап кәнфит алырға булдым. Кассала бөтөнләй икенсе хаҡ әйттеләр, ә ярлығында башҡаса ине. Яҡынса белеүемсә, ҡулланыусылар хоҡуғына ярашлы, тауарҙы кассала әйткәне түгел, ә уның ярлығында ҡуйылғаны буйынса һатып ала алам. Был осраҡта нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә? Үҙемдең
хаҡлығымды нисек дәлилләргә?
Иршат, Өфө ҡалаһы.
— Һеҙгә тәү сиратта администраторҙы саҡырырға һәм килеп сыҡҡан хәлде аңлатырға кәрәк. Итәғәтле генә итеп ҡәнәғәт булмауығыҙҙы белдерегеҙ һәм тауарҙы ярлыҡтағы хаҡ буйынса алырға теләүегеҙҙе әйтегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, һеҙгә яңы хаҡтар һәм уны алмаштырып өлгөрмәүҙәре тураһында һөйләй башлаясаҡтар. Әммә был бер ҙә һеҙҙең проблема түгел, сөнки “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 10-сы статьяһында (1-се пункт) яҙылғанса: “етештереүсе (башҡарыусы, һатыусы) ҡулланыусыға ваҡытында тауар (эш, хеҙмәттәр) тураһында кәрәкле һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тейеш. Был тауарҙы дөрөҫ һайлау мөмкинлеген тәьмин итә”. Ошо уҡ статьяның 2-се пунктында әйтелгәнсә, хаҡтар һумда күрһәтелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексында оферта тигән төшөнсә бар, ул документлаштырылған тәҡдимде аңлата. Магазиндарҙа ярлыҡ оферта булып иҫәпләнә, һәм һатыусы шул рәсми офертала күрһәтелгән хаҡ буйынса һатырға тейеш. Ошо турала магазин етәкселегенә әйтегеҙ һәм тиҙ генә ҡануниәт буйынса эшләргә, тимәк, ярлыҡтағы хаҡ буйынса һатыуҙарын талап итегеҙ. Шулай уҡ хәҙер Роспотребнадзор һәм Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығына шылтыратам тип ҡурҡытып та ала алаһығыҙ. Ғәҙәттә, был һүҙҙәрҙе ишеткән һатыусылар һеҙҙеңсә эшләй.