— Бөгөн беҙҙә кадрҙар менән эшләүҙе һәйбәт тип әйтеп булмай, — тине Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһының икенсе ултырышында сығыш яһап. — Бер яҡтан ҡарағанда, һуңғы осорҙа муниципаль һәм дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәрен туплау, улар өсөн конкурс ойоштороу йәһәтенән байтаҡҡа өлгәшелде. Хәҙер республикабыҙ чиновниктарҙың аҙлығы буйынса илдә тәүге төбәктәр иҫәбенә инә: 10 мең кешегә 54 дәүләт хеҙмәткәре тура килә.
Президенттың билдәләүенсә, уҙған өс йылда министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәре 13 процентҡа кәмегән һәм бөгөн яҡынса алты мең кеше тороп ҡалған. Ләкин ҡыҫҡартыу ғына мәсьәләне ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмай.
— Көн һайын тиерлек ҡайһы бер етәкселәрҙең биләгән вазифаһына бөтөнләй лайыҡлы түгеллеген күрәм, — тине Рөстәм Зәки улы. — Республика алдында торған етди бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә белемле һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр, тағы ла һөҙөмтәлерәк кадрҙар сәйәсәте кәрәк.
Төбәк башлығы артабан етәкселәрҙе һөнәри яҡтан әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу, резервтағылар менән эште камиллаштырыу, кадрҙар бүлегенең мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү кеүек бурыстарҙы билдәләне. Уның фекеренсә, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағандарҙың бөгөн ҡайҙа һәм ниндәй вазифала эшләүе тураһында мәғлүмәт туплау, ҡала һәм ауыл биләмәләрендәге етәкселәр араһынан булдыҡлыларын һайлап алып үрләтеү мөһим.
Комиссия ағзалары Башҡортостандың дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары системаһында кадрҙар сәйәсәте концепцияһы проектын, шулай уҡ кадрҙарға тест үткәреүсе республика үҙәген булдырыу хаҡында положениены ҡараны һәм фекер алышты. Ултырышта ике документ та раҫланды.
Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев әйтеүенсә, кадрҙар менән эшләү тәртибе ил һәм республика ҡануниәттәре тарафынан көйләнә, ләкин был үрҙә аталған концепцияға ихтыяж юҡлыҡты аңлатмай. “Документ үҫеш стратегияһы кеүек эшләнгән, төрлө илдәрҙең һәм төбәктәрҙең тәжрибәһенә нигеҙләнгән, — тине ул. — Бөгөн дәүләт хеҙмәткәренең ыңғай имиджын тергеҙеү, һөнәри этика кодексын булдырыу зарур”.
Киләсәктә ошо маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн “Асыҡ республика” порталы, Электрон университет барлыҡҡа киләсәк. Заманса мәғлүмәт саралары аша дәүләт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, аттестация үткәреү, хатта “Ялғанды асыҡлау детекторы”н файҙаланыу күҙаллана. Президенттың фекеренсә, был халыҡ араһынан ысын лидерҙарҙы эҙләп табыу мөмкинлеген бирергә тейеш.
Башҡортостан телевидениеһында “Электрон университет” йүнәлешендә махсус тапшырыу асырға ла тәҡдим иттеләр. Рөстәм Хәмитов был ниәтте хупланы, унда ваҡыты булғанда үҙе лә ҡатнашырға теләүен белдерҙе.
Я. УСМАНОВ.