Хәйбулла районында — яңы хакимиәт башлығы26.09.2012
Хәйбулла районында — яңы хакимиәт башлығыХәйбулла район Советының 25 сентябрҙәге ҡарарына ярашлы Раил Ибраһимов контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Раил Хажиморат улы Ибраһимов 1957 йылдың 12 майында Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында тыуған. Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда “Һаҡмар” совхозында башлай. Төрлө йылдарҙа “Башкирсельхозхимия” етештереү берекмәһе етәксеһе, Хәйбулла районының халыҡ контроле комитеты инспекторы, КПСС-тың Хәйбулла райкомы секретары, “Аҡъяр” совхозында баш иҡтисадсы, Хәйбулла районы башҡарма комитеты рәйесе, милеккә идара итеү буйынса район комитеты рәйесе, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, “Аҡъярһөт” йәмғиәте директоры урынбаҫары була. 2012 йылдың авгусынан алып әлегә тиклем Хәйбулла районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.


Вернуться назад