Сочиҙа үткән ХI Халыҡ-ара инвестиция форумында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе республикабыҙҙың стенды менән танышты. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре, шулай уҡ тиҫтәләгән сит ил дәүләте вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан делегацияһына республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкселек итте. Ул Дмитрий Медведевҡа “РусГидро-Альстом” гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү заводын төҙөү һәм энергетика тәңгәлендә һөҙөмтәле технологиялар паркын ойоштороу буйынса “РусГидро” йәмғиәте менән берлектәге проекттар, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ, машиналар эшләү консорциумдары хаҡында һөйләне.
— Башҡортостан сәнәғәтен, инвестиция ҡеүәтен үҫтереү өсөн техник мөмкинлектәребеҙ бар, — тине Юрий Пустовгаров. — Резидент булырға теләүселәр байтаҡ, кешеләр республикаға килеү, эште ойоштороу хаҡында ҡыҙыҡһына. Беҙ барыһын да үҙебеҙгә саҡырабыҙ, ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
Башҡортостан стендында киләһе йыл республикала үтәсәк мөһим саралар сағылдырылғайны. VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары, Халыҡ-ара “Ҙур химия” форумы, Бөтә Рәсәй “Һөт иле” фестивале ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 2015 йылда уҙғарыласаҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Күргәҙмәгә килеүселәр Башҡортостан Президентына асыҡ портал аша һорауҙар бирҙе, республика тураһында мәғлүмәттәр алды, хатта аэрохоккей уйнаны.
Республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форум башланғас та Башҡортостан предприятиеларына биш килешеү төҙөү тәҡдим ителгән. Ростов, Ырымбур өлкәләре, Ставрополь крайы губернаторҙары менән осрашыуҙар ҙа үткән.
Л. ДӘҮЛИЕВА.