Үҙәк Азия — иғтибар үҙәгенә25.09.2012
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Үҙәк Азия илдәренә рәсми эш сәфәре АҠШ-та һәм ЕС илдәрендә, шулай уҡ Үҙәк Азияның үҙендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ҡырғыҙҙар Рәсәйгә һыйынмаҡсы

Владимир Путин башта Ҡырғыҙстанда, һуңынан Ҡаҙағстанда булды. Тәүге сәфәргә әллә ни әһәмиәт бирмәнеләр, ә бына Ҡырғыҙстанға сәйәхәте ҙур ғына ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ни өсөн тигәндә, Ҡырғыҙстан был төбәктә айырым бер үҙенсәлеккә эйә. Сөнки ике ҡапма-ҡаршы яҡ – АҠШ менән Рәсәйҙең хәрби базаларын үҙ биләмәһенә һыйындырған бик һирәк илдәрҙең береһе ул. Уның элекке етәкселеге (Асҡар Аҡаев, Ҡорманбәк Баҡыев) бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тоторға маташып килде. Сәйәсәттә был бик хәтәр алым һәм уның ҡасан да булһа һәләкәткә килтереүе ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотопмы, Ҡырғыҙстандың яңы етәксеһе Алмазбәк Атамбаев тик бер тарафҡа — Рәсәйгә йөҙ борорға ҡарар итте. Сөнки, был илдә Көнбайыш йоғонтоһо менән башта бер революция эшләп Асҡар Аҡаевты, һуңынан шул уҡ сценарий буйынса Ҡорманбәк Баҡыевты властан алып ташлағандан һуң, ил етәкселеге дилбегәһен ваҡытлыса үҙ ҡулына алған Роза Отунбаеваға илдә тәртип урынлаштырыу бик ауырға төштө. Әле шул ваҡытта уҡ Рәсәй Ҡырғыҙстанға ярҙам ҡулы һуҙғайны. Ундағы “Квант” хәрби базаһын һаҡлап ҡалыу өсөн генә эшләмәне быны Рәсәй. Төбәктә үҙ йоғонтоһон һаҡлап ҡалыр өсөн кәрәк ине ул. АҠШ-тың да “Манас” хәрби базаһын киңәйтеү мөмкинлеге бар ине. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең Ҡырғыҙстанға ярҙам итеүе үтә ваҡытлы булды. Әле килеп Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаевтың Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуы ил етәкселегенең был төбәктә йылдар һуҙымында алып барған сәйәсәтенең бер ыңғай һөҙөмтәһе тип аңларға кәрәктер. Әгәр ҙә власҡа Алмазбәк Атамбаев түгел, ә башҡа кеше (бының булыу ихтималлығы бар ине) килгән осраҡта Рәсәй төбәктә үҙ йоғонтоһон юғалтҡан булыр ине. АҠШ, “Манас” хәрби базаһын көсәйтеп, Үҙәк Азияны үҙ контроле аҫтына алырға уйлағайны — килеп сыҡманы. Улай ғына ла түгел, бынан ары “Манас”тан бөтөнләй ҡолаҡ ҡағасаҡ тигән һүҙ. Был хаҡта 20 сентябрҙә Алмазбәк Атамбаев Владимир Путин менән осрашыуы барышында белдерҙе. “2014 йылдан һуң “Манас” ниндәй ҙә булһа илдең хәрби базаһы түгел, ә граждандар авиацияһы өсөн тәғәйенләнгән полигон буласаҡ”, — тине Ҡырғыстан етәксеһе. Шунда уҡ “Манас”ты ябыуҙан тыш, Рәсәйҙең “Квант” хәрби базаһының Ҡырғыҙстандағы булыу ваҡытын 2032 йылға тиклем оҙайтыу тураһында ла килешелде.
Хәрби хеҙмәттәшлектән тыш иҡтисади килешеүҙәр ҙә төҙөлдө. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе — Рәсәй Ҡырғыҙстанға гидроэлектрстанцияһы төҙөп бирергә тейеш. Пректтың хаҡы 4 миллиард доллар күләмендә баһалана. Ошондай юл менән Рәсәй Ҡырғыҙстандың һыу артерияһын да контролгә алмаҡсы. Рәсәйҙең был аҙымы күрше Үзбәкстанда ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ташкенттың төп һыу сығанағы булған Һырдарья йылғаһы Ҡырғыҙстандан инеш ала, ә Рәсәй ошо йылғала электр станцияһы төҙөргә килешкән. Проект арҡаһында үзбәктәрҙең һыуға ҡытлыҡ кисереү ихтималлығы бар. Улар ошоға борсола ла инде.
Владимир Путиндың Ҡаҙағстанға барыуына әллә ни илтифат биреп булмай. Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәре күптән дуҫтарса. Ил президенты Нурсолтан Назарбаев менән осрашыу барышында башлыса иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу, Каспий диңгеҙендә нефть ятҡылыҡтарын берлектә үҙләштереү, Ҡаҙағстан газын Рәсәй биләмәләре аша башҡа илдәргә һатыу кеүек килешеүҙәр төҙөлдө.

БМО хәлде көйләй алырмы?

23 сентябрҙә Нью-Йоркта БМО-ның сираттағы 67-се сессияһы булды. Уның эшендә донъя илдәренең 120 самаһы етәксеһе ҡатнашты. Төп иғтибар, әлбиттә, АҠШ-та төшөрөлгән “Ғәйепһеҙ мосолмандар” фильмы һәм шуның арҡаһында күп кенә мосолман илдәрендәге сыуалыштарға бәйле хәл-ваҡиға ине. БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун фильмды мосолмандарҙан көлөү тип баһаланы. Шул уҡ ваҡытта донъя халҡын тыныслыҡҡа өндәне. Сүриә конфликты мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иран етәкселеген Сүриәгә ҡорал менән ярҙам итеүҙә ғәйепләнеләр. Әлбиттә, Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинижад был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Әйткәндәй, Ирандың атом программаһын ғәмәлгә ашырыуына протест йөҙөнән был илдең байтаҡ ҡына чиновниктарын, шул иҫәптән ике министрын АҠШ үҙ иленә, йәғни БМО сессияһына индермәне. “Ғәйепһеҙ мосолмандар” фильмына килгәндә, уға ҡарата протест акциялары һаман дауам итә. Мосолман илдәренән башҡа, Франция, Германия, Бельгия кеүек Европа илдәрендә лә булды улар. Талаптары бер – фильмды төшөрөүсе иң ҡаты язаға тарттырылырға тейеш. Пакистан етәкселеге иһә АҠШ-тың был аҙымға барыуын көтөп тормаҫҡа булды – ул фильм төшөрөүсене үлтереүсегә ҙур ғына сумма вәғәҙәләне. Пакистандың был аҙымына эйәреүсе булырмы, юҡмы — әйтеүе ҡыйын. Әммә шуныһы мәғлүм: хәҙер мосолман дәүләттәре һәр уңайлы мәл килеп сыҡҡан һайын АҠШ-тан үс алып ҡалыу яғын ҡараясаҡ. Хәлде БМО-ның ғына көйләй алыуы бик икеле.

Ҡылыстың ҡында тороуы яҡшы

Грузияла ла хәл тыныс түгел. Ил төрмәһендәге тотҡондарҙы нисек мәсхәрәләүҙәре тураһында төшөрөлгән фильмдан өҙөктөң Интернет селтәренә урынлаштырылыуынан һуң сыуалыштар башланды. Юстиция һәм эске эштәр министрҙары отставкаға китте. Михаил Саакашвилиҙың үҙен властан ситләтергә тырышыусылар ҙа бар. Илдең оппозиция вәкилдәре уға күптән теш ҡайрай ине, улар өсөн бер форсат та сыҡты. Әлеге фильмды төшөрөүҙә уларҙың туранан-тура ҡатнашлығы булыуы ла ихтимал. Саакашвили үҙе Рәсәй разведкаһынан шикләнә. Ай башындараҡ Грузияла НАТО-ның генераль секретары Андрес Фог Расмуссен булып китеп, Грузия киләсәктә һис шикһеҙ НАТО ағзаһы буласаҡ, тигәйне. Был хаҡта 2008 йылда ла һүҙ булып алғайны. Грузияның төньяҡ алъянсҡа ағза булып инеүе һис кенә лә Рәсәй файҙаһына түгел. Саакашвили шуға Рәсәйҙән шикләнә. Грузия НАТО ғәскәрҙәре менән берлектә хәрби күнекмәләр ҙә уҙғарҙы. Әлбиттә, Рәсәй был хәлгә тыныс ҡала алмай. Шуға ла ил хәрбиҙәренең “Кавказ-2012” исеме аҫтында күнекмә уҙғарыуы юҡҡа түгел. Күнекмәләрҙе Владимир Путин үҙе барып ҡараны, хәрбиҙәр менән осрашты. “Илдең дарыһы ҡоро булырға тейеш, әммә был һис кенә лә уяулыҡты юғалтырға ярай тигәнде аңлатмай”, — тине Владимир Путин, улар алдында сығыш яһап. Ҡылыстың ҡында тороуы яҡшыраҡтыр, бәлки.
Самат Ғәлиуллин.


Вернуться назад