Конституция судында — яңы судья22.09.2012
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 71-се статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына ярашлы республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Кәримова Рузилә Рәмил ҡыҙы Башҡортостандың Конституция суды судьяһы вазифаһына тәғәйенләнде.