Баш ҡала Советы менән Өфө хакимиәте туҡталҡалар етмәү мәсьәләһен күтәрҙе. Был тема Совет рәйесе Евгений Семивеличенко үткәргән “түңәрәк өҫтәл”дә лә тикшерелде.
— Туҡталҡаларҙың етмәүе, автотранспортты теләһә ҡайҙа ҡалдырып китеү проблемаһы бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш. Еңел автомобилдәр һаны артҡан һайын экологик хәл дә насарая. Йыш ҡына машиналарҙы газон өҫтөнә ҡуялар. Юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәр транспорт хәрәкәтен тотҡарлай, — тине ул.
Һуңғы биш йылда Өфөлә автотранспорт һаны 100 меңгә артҡан. Былтыр ошо күрһәткес 326 мең берәмек тәшкил иткән. Шуның төп өлөшө (293 меңе) — еңел автомобилдәр. Тағы ла 25 мең йөк машинаһы һәм 8 мең автобус иҫәпләнә. Ә туҡталҡаларҙа һәм гараждарҙа ни бары 87 мең урын ҡаралған. Күренеүенсә, был йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, ҡалала яңы туҡталҡалар асыу өсөн мөмкинлек бар. Уның фекеренсә, тейешле инфраструктураны үҫтерергә, автомобиль йыуыу, хеҙмәтләндереү урындары асырға, тыйылған ерҙә ҡалдырылған автомобилдәрҙе видеоға төшөрөү селтәре ойошторорға, штраф һалыу сараларын көсәйтергә кәрәк.
Баш ҡалала транспорт мәсьәләләрен хәл итеүгә, хакимиәт башлығының фекеренсә, 100 миллиард һум аҡса талап ителә. Фекер алышыу барышында ҡала үҙәгендә түләүле туҡталҡалар асыу тәҡдиме яңғыраны. Күптәр уны хупланы.
Ғ. ХӘБИРОВ.