Сәйәсмәнгә сит илдә йорт кәрәкмәй22.09.2012
Әле Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында коррупцияға ҡаршы көрәш саралары ҡарала. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ ошо йәһәттән фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Константин Борисович, яҡын туғандарға Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы депутаты булып һайланыуҙы тыйыу тураһында башланғыс киң фекер алышыуға килтерҙе. Һеҙ ниндәй фекерҙә?
– Эйе, Рәсәйҙә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бер ҡасан да яҡшыға килтермәне. Сит илдәрҙә, әлбиттә, бының уңышлы миҫалдары бар-барлығын, әммә бик һирәк. Беҙҙә иһә был бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәргә килтерә. Әшнәлек, илгә ҙур зыян булараҡ, коррупцияның үҫеүенә булышлыҡ итә. Әлбиттә, уға ҡаршы көрәшергә кәрәк, был эште эҙмә-эҙлекле башҡарыу зарур. Шуға ла артабан быны бөтөн власть даирәләренә, хатта урындағы үҙидара органдарына тиклем киңәйтеү отошло булыр ине.
– Чиновниктарға сит илдә торлаҡ һатыуҙың тыйылыуы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
– Бындай ҡатмарлы мәсьәләләрҙә һайлаусыларыбыҙ фекеренә таянып эш итергә кәрәктер, тип иҫәпләйем. Күптәр, халыҡтың 70 процентынан ашыуы, башланғысты хуплай.
Бынан тыш, был яңы талаптар эштең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ла йүнәлтелгән бит. Сәйәсәткә килгән кеше үҙенең шәхси мәнфәғәттәренә, ғаиләһенә түгел, иң тәүҙә халҡына, иленә хеҙмәт итеүен төшөнөргә тейеш. Эшҡыуарлыҡ, сит ил банктарындағы иҫәп, диңгеҙ буйындағы дача... Минеңсә, былар бөтәһе лә ниндәйҙер иғтибар талап итә һәм төп эшкә ҡамасаулай.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары араһында ла эшҡыуарҙар һәм ҙур предприятие етәкселәре аҙ түгел бит...
– Парламент 120 депутаттан торһа ла, шуларҙың 17-һе генә даими һөнәри нигеҙҙә эш алып бара. Тап уларҙың иңенә закондар әҙерләү буйынса төп эш йөкмәтелгән. Улар республикала танылған, уңышҡа өлгәшкән һәм депутат эшмәкәрлегенә өҫтөнлөк биргән абруйлы кешеләр, береһе лә өҫтәмә рәүештә бизнес менән шөғөлләнмәй. Сит илдәрҙә торлаҡтары ла юҡ, шуға күрә был йәһәттән проблема тыумаясаҡ.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад