Күрһәткестәр һәйбәтерәк22.09.2012
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Анатолий Аксаков Башҡортостанда банк өлкәһенең үҫеше хаҡында фекер алышты.

— Дөйөм алғанда, төбәктә был йәһәттән эш һәйбәт ойошторолған, — тине Анатолий Геннадьевич. — Башҡортостанға сәфәр алдынан урындағы статистика менән танышып, ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙем: ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкәнһегеҙ. Айырым ҡаҙаныштарҙы билдәләп үткәндә, “насар” кредиттарҙың өлөшө ҡыҫҡартыла, төп капиталға инвестиция йылдам үҫә. Тимәк, иҡтисад күтәрелә, предприятиеларҙың түләүгә һәләте арта.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, ысынлап та, алға китеш бар. Банк берләшмәһе власть менән бәйләнештә эшләй, осрашыуҙар ойошторола.
— Беҙҙә резиденттар һаны үҫә, әле улар 90-ға етте, — тине Башҡортостан Президенты. — Күптән түгел “Мәскәү банкы” менән килешеү төҙөнөк, “Газпромбанк”тың етәкселеге лә осрашыуҙа булып китте.


Вернуться назад