“Көҙгө сессия башланыу айҡанлы ҡотлайым, һәм төбәк ҡануниәтен камиллаштырыу йәһәтенән емешле эш теләйем. Республика Хөкүмәте тәҡдим иткән закон проекттарын хуплауҙан тыш, үҙегеҙҙең башланғыстарҙы ла ҡыйыуыраҡ тормошҡа ашырһағыҙ ине”, — тине депутаттарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың илле бишенсе ултырышында. Унда республика башлығы тарафынан төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы стратегик бурыстар һәм уларҙы хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеүҙең өҫтөнлөктәре лә билдәләнде.
Президент тәү сиратта парламенттан Башҡортостан ҡаҙнаһының һәм муниципаль бюджеттарҙың килемен арттырыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе. “Беҙҙә сығымдарҙы һанаусы белгестәр саманан тыш ашҡан, дәүләт аҡсаһын нисек туҙҙырырға барыһы ла белә. Ә бына килем йүнләү буйынса оҫталар һирәк”, — тине Рөстәм Зәки улы. Уныңса, транспорт, элемтә, сәнәғәт етештереүе тармаҡтарында, ергә һәм милеккә идара итеү өлкәһендә һалымдан файҙа тейешенсә алынып етмәй. Ҡаҙнаға килемде 10 — 15 миллиард һум самаһына арттырһаҡ, был аҡса халыҡтың көнүҙәк проблемаларын яйға һалыуҙа бик ярап ҡалыр ине, тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ көҙгө сессияла төбәктең 2015 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күҙаллауҙы раҫлау, республика бюджетын ҡабул итеү бурыстары тороуын телгә алды. Иҡтисади үҫеш мәнфәғәтендә уртаса һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, дәүләт-шәхси партнерлыҡ системаһын камиллаштырыу мөһим, бының өсөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк, тине ул.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта өс тиҫтәнән ашыу мәсьәләне тикшерҙе. Улар шулай уҡ Дәүләт Думаһына Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына үҙгәреш индереү буйынса закон сығарыу башланғысы менән мөрәжәғәт итмәксе.
М. ДАЯНОВ.