Юрист кәңәштәре21.09.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.Ауыл уҡытыусыһының хоҡуҡтары

— Күп йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем. Тик дәүләттән бер ярҙам да булманы. Ғүмер буйы ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнем, шәхси транспортта йөрөнөм (көн һайын ауыл Советына тиклем — 10 һәм аҙнаһына бер нисә тапҡыр район үҙәгенә — 60 километр). Элек былар өсөн компенсация түләнә торғайны, әммә уны һуңғы тапҡыр 1976 йылда ғына бирҙеләр. Әле дәүләттән берәй ярҙамға өмөт итә аламмы?
Рәзиф В., Ейәнсура районы.


— Башҡортостанда республиканың “Ауылдарҙа һәм эшсе ҡасабаларҙа йәшәүсе һәм эшләүсе белгестәргә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы Законы (№ 238-з, 29.11. 2005 йылдан) ғәмәлдә. Уға ярашлы ауылдағы педагогтар түбәндәге льготаларға хоҡуҡлы:
— торған ерегеҙҙең дөйөм майҙанына сығымдарҙы ҡаплау өсөн 100 процент компенсация (коммуналь фатирҙа — биләгән торлаҡ майҙаны өсөн);
— коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн (электр, йылылыҡ) 100 процент компенсация; үҙәк йылытыу системаһы булмаған йорттарҙа яғыулыҡ хаҡы һәм шул яғыулыҡты килтереү хеҙмәттәре лә тулыһынса ҡаплана.
Бынан тыш, әгәр һеҙ уҡытыусы булып 10 йылдан ашыу эшләгәнһегеҙ икән, был льготалар пенсияға сыҡҡас та һаҡлана. Аҡсалата компенсация педагогик хеҙмәткәр һәм уның барлыҡ ғаилә ағзалары биләгән майҙан өсөн түләнә. Компенсацияны теләгегеҙ буйынса төп эш йәки өҫтәлмә эш урынынан положениела ҡаралған тәртип буйынса алырға була. Бының өсөн эшләгән ерегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.
Быларҙың барыһы ла әле эшләп йөрөгән педагогтарға ғына ҡағыла.

Министрҙың ҡултамғаһы булһа...

— 46 йыллыҡ хеҙмәт стажым бар, тик миңә хеҙмәт ветераны исемен бирмәйҙәр. Белешеп ҡарағайным, бының өсөн орден-миҙалдар, дәүләт наградалары булырға тейеш, тинеләр. Хеҙмәт кенәгәмдә Социалистик ярышта еңеүсе, отличник-рационализатор, отличник-уйлап табыусы тигән яҙыуҙар, республика Мәҙәниәт министрлығының грамоталары бар. Әммә хеҙмәт ветераны булыу өсөн грамоталар федераль кимәлдә булырға тейеш, тиҙәр. Улар хаҡлымы?
Мөхәмәт, Ишембай районы.


— Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Закондың 7-се статьяһында ведомствоның отличие билдәһе менән бүләкләнгән һәм ҡартлыҡ йәки күп йыллыҡ хеҙмәт стажы булған ветерандар тураһында аныҡ яҙылған. Рәсәй Хеҙмәт министрлығының ведомство отличие билдәһе тип нимәне иҫәпләүе тураһында аңлатмаһы ла бар. Уларға федераль йәки СССР-ҙың власть органдары биргән Почет грамоталары инә. Әммә Башҡортостан законына таянып шуны ла әйтергә була: “ведомствоның отличие билдәһе” тип республиканың власть органдары биргән грамоталар ҙа иҫәпләнә. Иң мөһиме — уға министр үҙе ҡул ҡуйған булырға тейеш.
Бынан тыш, шул уҡ статьяның 5-се пунктында яҙылғанса, ирҙәрҙең 40, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 35 йылдан кәмерәк булмаған страховка стажы булған осраҡта (“Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт стажы тураһында”ғы Федераль законға ярашлы), ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы йәшенә етеүселәргә (60 һәм 55 йәш) “Дауамлы стажы булған хеҙмәт ветераны” исеме бирелә.
Исемде алыу өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад