8 декабрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында “Кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт менән йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Ул Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителеүҙең 63 йыллығына арнала.
“Дәүләт сәйәсәтенең төп концепты булараҡ кеше хоҡуҡтары” темаһы буйынса фекер алышыу буласаҡ. Конференция БМО-ның Мәскәү ҡалаһындағы Мәғлүмәт үҙәге менән берлектә “Академик берләшмәләр хеҙмәте” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Сараны Мәскәү ҡалаһындағы Мәғлүмәт үҙәге, Рәсәй БМО-ға булышлыҡ итеүсе ассоциацияһы, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Өфө юридик институты ойоштора.
Конференцияла закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ғалимдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Сара сәғәт 10-да башлана.
Антон РОМАНОВ.