Хәл Президенттың шәхси контролендә08.12.2011
Шардж ҡалаһында (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) ҡулға алынған Гүзәл Иҙрисованы Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси контроленә алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Талбазы ҡасабаһында йәшәүсе Гүзәл Иҙрисова ноябрь башында туристик путевка буйынса Шарджға юллана. Долларҙы урындағы валютаға алмаштырыу пунктында уны, ялған аҡса һатыуҙа йәки индереүҙә ғәйепләп, ҡулға алалар.
Аҡсаны ҡайҙан алыуын Гүзәл аңлата алмай. Әле ҡатын отелдә йәшәй, уны ташлап китә алмай.
Талбазыла әсәне биш балаһы көтә. Былтыр Гүзәлгә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылғайны.
Башҡортостан Президентының ҡушыуы буйынса ғаиләгә психологик һәм социаль ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең Дубайҙағы Генераль консуллығы вәкилдәре менән бәйләнешкә инде. Генераль консул эште ҡарауҙы тиҙләтеү юлламаһы менән Шардждың генераль прокурорына мөрәжәғәт иткән. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре Гүзәл Иҙрисоваға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтә.
М. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад