Милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу йәһәтенән Рәсәй етәкселеге үҙенсәлекле юлдар эҙләй. Миҫал өсөн, күптән түгел матбуғат саралары аша Рәсәй халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу буйынса план әҙерләнде.
Уға ярашлы, федераль каналдарҙан документаль фильмдар күрһәтеләсәк, "ТВ Центр", "Мир" телеканалдарында башҡорт, татар, сыуаш халыҡтары билдәләгән һабантуйҙарҙан, ислам һәм христиан дине байрамдарынан тура эфир ойоштороласаҡ. Молдавандар Мэрцишор – яҙ килеү байрамын, үзбәктәр һәм тажиктар Наурузды (Көнсығыш календары буйынса билдәләнгән Яңы йыл) ҡарай аласаҡ. "Рәсәй", "НТВ" кеүек билдәле телеканалдарҙа иһә төрлө этностарға ҡараған персонаждарҙы ыңғай яҡтан һүрәтләүсе нәфис фильмдар, сериалдар күрһәтеү бурысы йөкмәтеләсәк. "РИА Новости" мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтарҙы төрлө телдәрҙә һөйләйәсәк.
Йыл аҙағына тиклем Этник-ара журналистика гильдияһы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе матбуғатта күрһәтеүҙең этик үҙенсәлектәрен билдәләргә, уны редакциялар сәйәсәтенә индереү юлдарын асыҡларға тейеш.
Ҡайһы бер медиа-компания белгестәре фекеренсә, бындай үҙгәрештәр телеканалдарҙың реклама сәйәсәтенә йоғонто яһауы ихтимал. Бәғзеләр, власть вәкилдәренең бындай аҙымын матбуғат саралары тураһындағы законға ҡаршы барыу, цензура билдәһе, тип иҫәпләй. Шулай ҙа фекерҙәрҙе берләштереүсе бер үҙенсәлек бар: милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған тапшырыуҙар сифатлы икән, рейтинг мотлаҡ юғары буласаҡ, сөнки кешеләргә эргә-тирәһендәгеләр тураһында яңылыҡ белеү һәр саҡ ҡыҙыҡлы.
Г. БАЛТАБАЕВА.
Вельмир АҘНАЕВ, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:– Шундай ҡарар бар икән, хупларға кәрәк. Әммә милләт-ара татыулыҡты нығытыу саралары даими һәм тотороҡло системаға берләшмәһә, һөҙөмтә күренмәйәсәк. Шуға ла телеканалдарҙағы бындай үҙгәрештәрҙең ваҡытлыса булыуына юл ҡуймаһындар ине. Әйткәндәй, илдәге этностарҙың мәҙәниәтен, тормошон яҡтыртыу бурысы "Культура" дәүләт телеканалына ла йөкмәтелгән. Әммә унда был тема һирәк осрай. Милләт-ара мәсьәләләрҙе Рәсәйҙә күпселек осраҡта административ юл менән хәл итергә тырышалар, мәгәр уның башҡа бихисап ысулдары ла бар. Үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу йәһәтенән йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән беҙ ҙә күп көс түгәбеҙ. Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йорто ике тиҫтә йылға яҡын эшләй, 40-тан ашыу милли ойошманы берләштерә. Бынан тиҫтә йыл элек ҡабул ителгән "Башҡортостан халыҡтары" республика программаһы сиктәрендә бихисап эштәр башҡарҙыҡ – был йәһәттән һәр ваҡыт Башҡортостан етәкселегенең иғтибары һәм ярҙамы ҙур. Әммә илдәге төп сәйәси мәсьәләнең береһен тик йәмәғәтселеккә генә япһарып ҡуйыу дөрөҫ түгел – дәүләт кимәлендә эшләнергә тейеш.
Гөлгөнә АЛТЫНБАЕВА, дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәре:– "Мир", "ТВ Центр", "НТВ" телеканалдарын кабель селтәре аша ҡарайбыҙ. Тәүгеһендә төрлө милләт вәкилдәренең тормошон һәм мәҙәниәтен яҡтыртҡан тапшырыуҙар күренгеләһә, башҡаларында бөтөнләй бер ни ҙә юҡ. Әгәр ниндәйҙер ыңғай үҙгәреш була икән – хуплайым, сөнки илдәге тыныслыҡтың нигеҙе – милләт-ара дуҫлыҡта, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеүҙә. Тик ундай тапшырыуҙарҙы илдең бөтә төбәктәрендә лә күрһәткән федераль каналдарҙа ойошторһондар ине, сөнки бөтәһенең дә кабель аша ҡарау мөмкинлеге юҡ.