Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты
Рөстәм Хәмитов ведомство-ара йәмәғәт именлеге советының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
— Республикала экологик хәлдең киҫкен тороуы хаҡында күп һөйләп тороу урынһыҙ. Башҡортостан — сәнәғәт тармағы үҫешкән төбәк һәм биләмәнең сәнәғәт предприятиелары менән тулыланыуы тәү сиратта экологик проблема ла тыуҙыра. Электән күҙәтелә: республикала сәнәғәт етештереүе ныҡ тупланған. Айырыуса Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һауаның газ менән бысраныуы тураһында ялыуҙар күп килә. Шулай уҡ баш ҡаланың Орджоникидзе һәм Калинин райондары халҡы ла, әле булһа, зәһәр еҫкә зарлана, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе фекеренсә, экологик хәүефһеҙлек мәсьәләһе бигерәк тә яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында ныҡлы өйрәнелергә тейеш, сөнки, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, тирә-яҡтың сәнәғәт ҡалдыҡтары менән бысраныу факттары башлыса тап ошо объекттарҙа теркәлә.
— Меңәрләгән кеше йәшәгән ҙур ҡала эсендәге предприятиеларға экологик фажиғәләрҙең нимә менән янауы тураһында һөйләп тороу артыҡ. Был йәһәттән хәүефһеҙлек тәьмин итеү саралары 100 процентҡа үтәлергә тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы.
Ә бит сәнәғәт хәүефһеҙлеге закон менән нығытылған. Етештереү объекттарын проектлау, төҙөү, файҙаланыу ҡаты талаптарға нигеҙләнеп башҡарылырға тейеш, тик, республика Президенты билдәләүенсә, башҡарыусыһы ғына юҡ. Миҫал өсөн һандарға ғына күҙ һалайыҡ. Быйыл хәүефле етештереү предприятиеларында теркәлгән авариялар һаны, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, алтауҙан туғыҙға еткән. Эштә имгәнеү осраҡтары ла артҡан.
— Быйылғы ун айҙа эш урынындағы һәләкәттәрҙә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтыр был һан дүрттән артмағайны. Беҙ бындай фажиғәләрҙе булдырмаҫҡа тейешбеҙ, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.