Ә банкта аҡсаһы ятҡан бит!20.09.2012
Шишмә районындағы ҙур төҙөлөш ойошмаһында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса һуңлатылған бурыс 8 миллион һумға барып еткән. Ошоға бәйле урындағы суд приставтары бүлегенә 62 кешегә эш хаҡын түләтеү буйынса күрһәтмә ҡағыҙы килгән.

Бүлек хеҙмәткәрҙәре теркәү органдарына һорау ебәреп, банктарҙың береһендә ойошманың иҫәбе булыуын асыҡлаған. Иҫәп ҡулға алынып, эш хаҡы буйынса бурысты түләүгә унан 2 миллион һум самаһы аҡса күсерелгән.
— Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә — алимент, эш хаҡы, кредит буйынса бурысты түләтеүгә күп көс һала. Ошоға йүнәлтелгән сараларҙы даими камиллаштырабыҙ, — ти идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Сергей Спатар.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад