Башҡортостан үҙенең төп байрамы — Республика көнөн ҡаршылай. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында байрам программаһы раҫланды. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, ойоштороу комитеты етәксеһе Константин Толкачев ҡатнашты.
— Республика көнөн 22 йыл дауамында билдәләйбеҙ. Ошо дәүер эсендә Башҡортостанда бик күп үҙгәрештәр булды, — тине К. Толкачев. — Дәүләт үҫешендә яңылыҡтар байтаҡ, сифат йәһәтенән бүтән төрлө дәүләт институттары барлыҡҡа килде, йәшәү рәүеше, йәмғиәтебеҙ үҙгәрҙе. Быларҙың барыһы ла Республика көнө кеүек мөһим дәүләт ваҡиғаһына арналған сараларҙа сағылыш таба. Быйылғы программа бик бай. Ул халыҡсанлыҡ, кешеләрҙең ижади ҡеүәте менән һуғарыласаҡ.
Байрам айҡанлы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә ҡотлау һүҙҙәре еткереләсәк, Башҡортостан Президенты стипендиаттарына дипломдар, журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премиялары тапшырыласаҡ, башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары конкурсында еңеүселәр бүләкләнәсәк, иң яҡшы йәш уҡытыусыларға грант биреләсәк.
Тиҙҙән “Рәсәй төбәк энциклопедистикаһының тарихи тәжрибәһе, көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, “Башҡорт энциклопедияһы”ның һуңғы 7-се томы менән таныштырыу сараһы, “Хәҙерге этапта Башҡортостан Республикаһының сәйәси системаһы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”, төрлө республика конкурстары ойошторола.
Байрамдың мәҙәни өлөшөндә шиғриәт кисәһе, “Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы” фестивале, милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Өфөнөң “Родина” кинотеатрында “Икенсегә тыуған” документаль фильмы күрһәтеләсәк.
Октябрьский ҡалаһында ошо көндәрҙә “Бергәләп изгелек ҡылайыҡ” республика хәйриә марафоны башланды.
9 октябрҙә республика етәкселеге баш ҡалабыҙҙағы Дуҫлыҡ монументына сәскә һаласаҡ. Конгресс-холда ойошторолған байрам кисәһе быйыл Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Л. ДӘҮЛИЕВА.