Ҙур сараларға әҙерлек башланды20.09.2012
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Росавиация етәксеһе Александр Нерадько Башҡортостан Хөкүмәте менән Федераль һауа транспорты агентлығы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Республика йортондағы осрашыуҙа төбәгебеҙҙәге транспорт комплексы вәкилдәре Федераль үҙәктәге коллегалары менән Өфө аэропортын Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙе.
— Башҡортостан Республикаһын мөһим ваҡиғалар көтә. 2015 йылда беҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын үткәрергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. — Сараларға әҙерлекте бөгөн үк башлау зарур.
Александр Нерадько әйтеүенсә, тәү сираттағы бурыстар билдәләнгән дә инде. Атап әйткәндә, реконструкция үткәрелергә тейешле федераль милек объекттары исемлеген асыҡлап, проектлау эшенә тотонорға кәрәк.
— Ошо мәсьәләләр хәл ителгәс, 2015 йылға өр-яңы инфраструктура барлыҡҡа киләсәк. Ул киләсәктә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе, шулай уҡ төбәк авиацияһын үҫтереү өсөн дә файҙаланыласаҡ, — тине Росавиация башлығы. — Федераль агентлыҡ бындай сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад