Аҡса булмаһа, власть та юҡ20.09.2012
Аҡса булмаһа, власть та юҡ— Иң мөһим идарасы — муниципаль власть. Мин был турала йыш ҡабатлайым. Урындағы етәкселәр — халыҡҡа иң яҡыны. Биләмәләрҙә барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн тәү сиратта улар тырыша, кешеләр алдында барлыҡ власть вертикале өсөн яуаплылыҡты ла улар тоя, — тип башланы һүҙен Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының Өфөлә үткән беренсе ултырышында.

Совет быйыл июлдә булдырылғайны. Уға муниципалитет вәкилдәре, ҙур ҡалаларҙың һәм административ үҙәктәрҙең хакимиәт башлыҡтары, төбәк кимәлендәге һәм төбәк-ара әһәмиәттәге ассоциациялар, муниципаль берәмектәрҙе туплаған йәмәғәт структуралары етәкселәре, Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы вәкилдәре, эксперттар инә. Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр вәкилдәре ҡатнашты.
— Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар федераль ҡануниәт менән нығытылды, һәм 14 октябрҙә, яңы закондарға ярашлы, тәүге һайлауҙы үткәрәсәкбеҙ. Хәҙер муниципаль берәмектәр төбәктәрҙәге вәкәләтле һәм башҡарма властың барлыҡ вертикален тотоп торасаҡ, — тине Михаил Бабич. — Советтың беренсе ултырышы юҡҡа ғына Башҡортостанда ойошторолманы. Киләһе айҙа һеҙҙә илдәге иң ҙур муниципаль һайлауҙың береһе үтә, унда 54 район буйынса меңдән ашыу депутат һайлана.
Ултырышта ҡаралған мәсьәләләрҙең иң мөһиме — вәкәләттәрҙе үҙәкләштереүҙән баш тартыу, уларҙың бер өлөшөн төбәк һәм муниципалитет кимәленә тапшырыу. Тапшырылған барлыҡ вәкәләттәр тейешле килем сығанағы менән тәьмин ителергә тейеш. Әлегә муниципаль властың төп проблемаһы — тап ошо килем сығанағы булмауҙа. Ултырышта ҡатнашыусылар был мәсьәләне хәл итеү өсөн аныҡ тәҡдимдәр индерергә тейеш тә.
Рөстәм Хәмитов ултырышты тәүгеләрҙән булып беҙҙә үткәргәндәре өсөн рәхмәт әйтте, республикала муниципалитеттарға бәйле хәл тураһында мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостан — илдә муниципаль берәмектәр һаны буйынса икенсе урында: беҙҙә 54 муниципаль район, 9 ҡала округы, 818 ауыл биләмәһе бар.
— Былтыр урындағы хакимиәт башлыҡтарының барыһы менән осрашып һөйләштем, хәлде яҡшы беләм. Уларҙың социаль проблемаларын хәл итеү өсөн аҡса кәрәк. Беҙ, әлбиттә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Былтырҙан башлап квартал һайын һәр ауыл биләмәһенә 100 мең һум бүләбеҙ, йәғни йылына — 400 мең. Бик күп түгел, шулай ҙа улар өсөн был да ярҙам, — тине ул.
Президент муниципалитеттарҙың төп өс проблемаһын билдәләне.
— Беренсенән, уларҙың финанс яҡтан тәьмин ителешен көйләүҙе яйға һалырға кәрәк. Аҡса юҡ икән, власть та булмай. Урындағы бюджеттың килем өлөшөн арттырыу өсөн Бюджет һәм Һалым кодекстарына үҙгәреш индерергә кәрәк. Мәҫәлән, һалымдарҙы ауыл биләмәһе иҫәбенә яңынан бүлергә була, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк башлығы билдәләгән икенсе проблема — ҡайһы бер вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҡануниәт нигеҙҙәрен үҙгәртеүҙең талап ителеүе. Бында тәртип һаҡлау мәсьәләһе тәүге урынға сыға. “Муниципалитеттарҙа бындай функция бар, тик муниципаль милиция эшмәкәрлеге тураһында ғәмәлдә закон юҡ”, — тине Президент.
Борсолоу тыуҙырған тағы бер етешһеҙлек — торлаҡ төҙөү өсөн ер бүлеүгә ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр.
— Быйыл, кәрәкле документтар булмайынса, торлаҡ төҙөүгә участка бүлеүҙе тыйған федераль закон көсөнә инде. Генераль планды муниципалитет төҙөргә тейеш. Тик бының өсөн ауыл биләмәһенең аҡсаһы юҡ. Мәсьәләне төбәк һәм үҙәк ҡаҙналарынан, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау механизмын билдәләүсе закон кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад