Изге динебеҙ әкренләп аяҡҡа баҫа. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа иман йорттары ишәйә. Мәсет манараларынан яңғыраған аҙан күңелдәрҙе игелеккә, сафлыҡҡа саҡыра. Әммә борсоған, хәүефкә һалған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың Диниә назараты рәйестәре менән Өфөләге осрашыуында һүҙ тап шул хаҡта барҙы.
Сараға йыйылыусылар тәүҙә Татарстандың Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Вәлиулла Яҡуповтың яҡты иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
– Ҡазандағы фажиғә бер Татарстанда ғына түгел, бөтә илебеҙҙә йыйылған проблемалар хаҡында һөйләй. Бөгөн был терактты ойоштороусыларҙы эҙләү менән шөғөлләнергә генә түгел, ә уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен өйрәнергә, киләсәктә бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн эшләргә кәрәк беҙгә, – тине Михаил Бабич.
Был уңайҙан Татарстанда ошо осорҙа шаҡтай эш башҡарылған да инде. Йәштәрҙе сит илдәргә уҡырға ебәреү, унда алынған дипломдың ғәмәлдә булыу-булмау йәһәтенән республика законына шаҡтай үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында һөйләне, уларҙың тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә таратыу зарурлығын әйтте.
Ысынлап та, хәүефләнерлек шул. Һуңғы осорҙа ауылдарыбыҙға Урта Азиянан төрлө халыҡ вәкилдәре күпләп килә башланы. Тәкәббер әҙәмдәр урындағы халыҡҡа көсләп үҙҙәренең йолаларын, дини тәртиптәрен индерергә маташа. Быларҙың барыһы ла халыҡты тарҡатыуға, улар араһында үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында республикала был йүнәлештә көслө социаль сәйәсәт алып барылыуы, тотороҡлолоҡ, төрлө конфессияларҙың үҙ-ара аңлашып йәшәүе хаҡында бәйән итте. Мәсет төҙөү өсөн ер участкалары бирелә, һалымға төрлө ташламалар бар. Ғәҙәттә, иғтибар етмәгән йәштәр экстремистик юлға баҫыусан. Шуға ла был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыла. Имамдар үҙебеҙҙә уҡытыла, Рәсәй Ислам университеты уңышлы эшләй. Йәштәрҙең ялын, ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу маҡсатынан төрлө саралар даими уҙғарыла.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Һуңынан Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
И. ХАҠОВ.