Бөтәһе лә — тауыш биреүсе ихтыярында19.09.2012
Бөтәһе лә — тауыш биреүсе ихтыярындаБилдәле булыуынса, 14 октябрҙә республиканың барлыҡ райондарында муниципаль Совет депутаттарын һайлау уҙасаҡ. Был кампания нимәһе менән үҙенсәлекле? Уға әҙерлек нисек бара? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәре һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрселәре менән осрашты.

— Хәйҙәр Арыҫлан улы, Башҡортостанда уҙасаҡ муниципаль һайлауҙарҙың төп үҙенсәлеге нимәлә? Уларҙы халыҡ нисек ҡабул итә? Тауыш биреүҙә күпме кешенең ҡатнашыуы көтөлә?
— Ил буйынса барлығы 22 мең миллиондан ашыу һайлаусы ҡатнаша — тауыш биреү Рәсәйҙең 76 төбәгендә ойошторола.
Беҙҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә 54 муниципаль район Советына депутаттар һайланасаҡ, 908 депутат мандаты өсөн көрәш барасаҡ. Бынан тыш, ҡайһы бер ауыл биләмәһе Советтарында төп һәм өҫтәмә тауыш биреү, Дүртөйлө һәм Туймазы ҡала Советтарына өҫтәмә һайлау үтәсәк, был тағы — 187 мандат. Ғөмүмән, 1115 депутат мандаты үҙ хужаһын табырға тейеш.
Һайлау бер мандатлы система буйынса үтәсәк, партия исемлеге буйынса тауыш биреү был юлы булмаясаҡ. Сәбәбе — республиканың муниципаль берәмек Советтарында депутаттар һаны 20-нән дә кәмерәк.
Әммә һайлауҙа партиялар бөтөнләй ҡатнашмай тип аңламаһындар. Киреһенсә, тап улар тарафынан әүҙемлек күҙәтелә — барлығы ун фирҡә дәғүәләшәсәк. Әйткәндәй, араларынан дүртәүһе яңы ғына теркәлде. Партиялар бөтәһе бергә кандидаттарҙың яртыһынан күбеһен тәҡдим итте: 2949 дәғүәсенең 1754-ен һайлаусылар ихтыярына ҡуйҙы. 1195 кеше үҙен үҙе күрһәтте. Был һандар нимә тураһында һөйләй? Тимәк, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауға халыҡтың иғтибары бик ҙур.

— Мәғлүм булыуынса, теркәлгән кандидаттар араһында хатта эшһеҙҙәр бар. Уларҙан ниндәй фәтүә? Ауылдаштарына ни менән ярҙам итә ала һуң улар? Был мәсьәләне кем тикшерергә тейеш, урындағы һайлау комиссияларының яуаплылығы ниндәй кимәлдә?
— Һайлау тураһындағы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Федерацияһының 18 йәше тулған һәр гражданы тауыш бирергә һәм муниципаль берәмектең вәкәләтле органына депутат булып һайланырға хоҡуҡлы. Был уның енесенә, милләтенә, теленә, сығышына, милеге һәм вазифаһына, йәшәгән урынына, диненә, ышаныуҙарына, йәмәғәт ойошмаларында ағза булып тороу-тормауына ҡарамай. Законда кешенең һайлана алыу-алмауы хаҡында аныҡ яҙылған.
Территориаль һайлау комиссиялары ағзалары ҡануниәткә ярашлы эшләй, төрлө категорияға ҡараған граждандарҙы кандидат итеп теркәй. Эшһеҙҙәрҙең һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын бер кем дә сикләй алмай. Ә инде кемделер һайлау йәки һайламау мәсьәләһенә килгәндә, быны һәр ваҡыт һайлаусы хәл итә. Шуға күрә һәр кем 14 октябрҙә, үҙенең Конституция тарафынан бирелгән хоҡуғынан файҙаланып, кемде теләй, шул кешене һайлай ала.

— Муниципаль һайлауҙарҙың ҡыҙыҡлы яғы шунда: кандидат менән һайлаусы бер-береһе менән таныш. Был яҡшымы, әллә, киреһенсә, ауырлыҡтар тыуҙырамы?
— Ысынлап та, район Советына һайлау башҡаларынан шуныһы менән айырыла: һайлаусы кандидаттарҙы күреп белә. Халыҡ уларҙы эштә, ғәҙәти тормошта ниндәй булыуына ҡарап баһалай. Балалары тәртиплеме, ауылдаштарына мөнәсәбәте нисек, халыҡ араһында абруйы бармы — барыһы ла күҙ уңында тотола. Әлбиттә, был һәйбәт. Әммә ауырлыҡтар ҙа бар. Һайлаусыны кандидаттың яҡшы йәки хөрт депутат буласағына ышандырыу мөмкин түгел, кеше йәмәғәтселектең уның тураһында фекеренә таянып эш итә. Мәсьәләнең башҡа яҡтары ла бар. Мәҫәлән, кандидат “үҙеңдеке”, йәғни туғаның йәки күршең булһа, уның өсөн тауыш бирергә тырышаһың. Ысынбарлыҡта ҡайһы берәүҙәрҙе, йәмғиәт өсөн файҙаһыҙ икәнен белеп тә, һайларға мәжбүр булалар.
Кандидаттарҙың бер өлөшө, айырыуса үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәр, һайлау фондтары булдырып торманы. Тимәк, листовка баҫмаясаҡтар, урындағы телевидение аша ла сығыш яһамаясаҡтар. Улар һайлаусыларҙың өйҙәре буйлап йөрөп, һайлау алды программаһы менән таныштырмаҡсы. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа тап район Советтарына һайланыусылар листовкалар баҫып, радио һәм телевидениела сығыш яһап, агитация менән нығыраҡ шөғөлләнә.

— Ә шулай ҙа, һеҙҙеңсә, урындағы Совет депутаты ниндәй булырға тейеш?
— Район Советы депутаты булып һайланған кешегә урындағы үҙидараның мөһим мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, ҡаҙнаны формалаштырыу, һалымдар билдәләү йәки уларҙы бөтөрөү, милек менән хужалыҡ итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм башҡалар. Урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәттең нигеҙҙәрен белмәй тороп, дөрөҫ һәм эшлекле ҡарар ҡабул итеү мөмкин түгел. Бынан тыш, депутат үҙ төбәгенең барлыҡ проблемаларын яҡшы белергә, уларҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Һайлаусы үҙен борсоған көндәлек мәсьәләләр буйынса ысын ярҙам алып булғандар өсөн тауыш бирәсәк. Кеше һайлауҙа еңгән осраҡта күп нәмә эшләргә вәғәҙә биреүселәргә шикләнеп ҡарай. Кандидат үҙенең мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаларға, вәғәҙәләрен үтәргә тейеш.
— Әлеге һайлау кампанияһында сәйәси партияларҙың әүҙемлеге нисек?
— Бөгөнгө сәйәси тормоштоң төп йүнәлеше — партияларҙың әһәмиәтен нығытыу. Фирҡәләрҙең әүҙемлеге арта, һайлаусылар төрлө партияларҙың программаларын, ундағы кешеләрҙе сағыштырыу мөмкинлеге алды. Әлеге һайлауҙарҙа ла улар әүҙемлек күрһәтә, үҙ кандидаттарын тәҡдим итте. Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы булған 28 партияның унауһы 1754 кандидат тәҡдим итте. Уларҙың күпселеген — 1729-ын (98,5 процент) — ил парламентында эшләгән дүрт партия күрһәтте: “Берҙәм Рәсәй” — 1103, Коммунистар партияһы — 326, Либераль-демократик партия — 89, “Ғәҙел Рәсәй” — 211. Ҡалған алты партия (уларҙың дүртәүһе яңы) 25 кандидатын теркәтте: “Рәсәй патриоттары” — 9, “Яблоко” — 4, “Аҡыллы Рәсәй” — 5 (Бәләбәй — 1, Көйөргәҙе — 2, Мәләүез — 2 кеше), “Рәсәй пенсионерҙары партияһы” — 2 (Өфө районы), “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы” — 2 (Архангел районы), “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы” — 3 кандидат (Бәләбәй — 2, Белорет — 1).
Һайлауҙа партия дәғүәселегенең артыуы урындағы Советтарҙың сифатында сағылыш табыр, тип ышанам.

— Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы нисек эшләйәсәк?
— Муниципаль һайлауҙарҙы территориаль комиссиялар ойоштороуға ҡарамаҫтан, Үҙәк һайлау комиссияһы 14 октябрҙә эш көнөн, республиканың башҡа һайлау комиссияларындағы кеүек, иртәнге һигеҙенсе яртыла башлаясаҡ һәм “Һайлауҙар” дәүләт автоматлаштырылған системаһына барлыҡ участка комиссияларының протоколдары индерелеп бөткәнсе дауам итәсәк. Яҡынса һөҙөмтә 15 октябрҙә иртәнсәк билдәле буласаҡ. Берҙәм һайлау көнөндә барлыҡ территориаль һайлау комиссияларынан мәғлүмәттәр республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгенә килеп торасаҡ. Иң тәүге хәбәрҙе иртәнге сәғәт һигеҙҙә алырбыҙ тип көтәбеҙ: ул һайлау участкаларының асылыуы тураһында буласаҡ. Барлығы 2748 участка эшләйәсәк. Дөйөм алғанда, башҡа һайлау кампанияларынан айырма юҡ тиерлек. Йәнә шул мәғлүм булһын: территориаль комиссияларға Өфөгә килеп йөрөү кәрәкмәй, сөнки муниципаль һайлау буйынса протоколдар урында һаҡлана.

— Был тауыш биреүҙә веб-камералар һәм башҡа техник ҡорамалдар файҙаланыласаҡмы? Ғөмүмән, уларҙың кәрәге бармы?
— Һайлау системаһына заманса технологиялар индереү һәр ваҡыт ҙур сығымдар талап итә. Улар үҙ-үҙен аҡлай, сөнки халыҡтың һайлауға ышанысы, ҡыҙыҡһыныуы арта. Быға ыңғай миҫалдар етерлек. Беренсе тапҡыр веб-камералар 2009 йылда Дүртөйлө районының алты һайлау участкаһында ҡулланылды, һөҙөмтәлә унда юғары әүҙемлек күҙәтелде. Шулай уҡ 2011 йылдың мартындағы һайлауҙа Бәләбәй районының Приют һәм Әлшәй районындағы Раевка ҡасабаларындағы һайлау участкаларына КЭГ-тар ҡуйғайныҡ. Беренсенән, унда һайлаусылар күпләп килде, икенсенән, күрше участкаларҙан ҡыҙыҡһыныусылар йыйылып, ҡорамалдың эш барышын күҙәтте, үҙҙәренә ҡуйыуҙы ла һорап йөрөүселәр булды. Уҙған федераль һайлауҙа республикала һайлау бюллетендәрен эшкәртеүсе 178 комплекс уңышлы файҙаланылды. Әлеге һайлауҙа ла улар 108 участкала ҡуйыласаҡ (һәр районға икешәр).
— Ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Әлфиә ӘЙҮПОВА әҙерләне.


Вернуться назад