Маҡсат — халыҡ тормошон яҡшыртыу18.09.2012
Президент Рөстәм Хәмитовтың республика халҡы менән тура эфирҙа аралашыу йолаһы дауам итә. Уҙған йәкшәмбе ул “Рәсәй” телеканалының “Хәбәрҙәр-Башҡортостан. Аҙна ваҡиғалары” тапшырыуында сәйәси, социаль-иҡтисади юҫыҡтағы һорауҙарға яуап бирҙе, йәйҙең мөһим сәйәси ваҡиғаларын баһаланы, киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне.

Хөкүмәт йылдамыраҡ эшләй башланы

Президенттың үҙ вәкәләттәрен киңәйтеп, республика Хөкүмәтен шәхси контроленә алыуы быйылғы йәйҙең мөһим сәйәси яңылығы булды.
— Башҡортостан Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге йылдамланды. Министрҙар һәм, дөйөм алғанда, аппарат әүҙем эшләй башланы, яуаплылыҡтары артты, — тине Рөстәм Хәмитов. — Туранан-тура Президент менән эшләү, бер яҡтан, билдәле, мөмкинлектәр бирә, икенсе яҡтан, яуаплылыҡ та үтә ҙур.

Мәскәүҙән аҡса көтмәйбеҙ

Республика ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡаршыларға йыйына. Уға әҙерлек барышы — иғтибар үҙәгендә.
— Өфөнөң әҙерлек кимәле Алыҫ Көнсығыш төбәктәре менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Беҙ федераль ҡаҙнанан “алтын аҡса ямғыры”на иҫәп тотмайбыҙ, шулай ҙа аэропортты яңыртыуға, Затон биҫтәһе аша баш ҡалаға инеүселәргә яңы күпер һалыуға, заманса яр буйы урамы төҙөүгә аҡса көтәбеҙ, — тине ул.
Бынан тыш, Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы үткәреү өсөн мәҙәниәт һәм спорт объекттары, ҡунаҡханалар ҙа төҙөлөр тип көтөлә. Сығымдарҙың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленһә лә, республика үҙ бюджеты иҫәбенә лә эш башҡарасаҡ. Был, тәү сиратта, аэровокзалды яңыртыуға ҡағыла.
Башҡортостан предприятиелар төҙөгәндә йыш ҡына Көнбайыш технологияларына таяна. Әммә бөгөн Көнсығышта иҡтисади үҫеш күрһәткестәре шәбәйә.
— Беҙгә Көньяҡ-Көнсығыш, Урта Көнсығыш һәм Азия компаниялары менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә бындай хеҙмәттәшлек башланды, — тина Рөстәм Хәмитов. — Беҙ ошо халыҡ-ара ойошмаларға ингән илдәргә үҙебеҙ тураһында белдерә аласаҡбыҙ. Ул илдәрҙең бизнесы менән бәйләнеш табыу мөһим.

Һәр кем бурысына яуаплы ҡараһа...


Быйыл Башҡортостанда юл төҙөүгә һәм ремонтлауға 9 миллиард һум аҡса бүленгән. Быға тиклем иһә йылына 3-3,5 миллиард бүленеп килгән. Әммә Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, барыһы ла юл төҙөүселәрҙең хәленән килмәй.
Сүп-сар эшкәртеү — шулай уҡ көнүҙәк мәсьәлә. Әле бының өсөн махсус завод төҙөү тураһында һүҙ бара.
— Ике компания һайлап алдыҡ, улар төҙөлөштө үҙ иҫәбенә атҡарасаҡ, республика бюджетынан аҡса тотонолмаясаҡ. Бер урында сүп-сар ҙа эшкәртеләсәк, файҙалы тауар ҙа етештереләсәк. Компаниялар үҙҙәре төҙөйәсәк, беҙҙең бурыс — уларға сүп-сар йыйып биреү генә.
Экология проблемаһы ла борсой халыҡты. Республиканың ҡайһы бер сәнәғәт предприятиелары экология мәсьәләләренә бик еңел ҡарай һәм һауаны зарарлай. Августа өфөләр химик еҫкә зарланғайны. Тик, Президент әйтеүенсә, тәбиғәтте һаҡлау органдары эшкә яуапһыҙ ҡараны.
— Бөтәһе лә шунда уҡ йүгереп сығып, проблеманы хәл итеүгә тотонорға тейеш ине. Барыһы ла Президенттың ҡушыуын көттө, — тине ул.

“Ҡаршылыҡ марштары” Өфөлә хупланманы


Рөстәм Зәки улы халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендәге ваҡиғаларға бәйле үҙ фекерен белдерҙе. Ғәрәп илдәрендә АҠШ күрһәткән фильмға ҡарата ризаһыҙлыҡ күрһәтелә, айырым төбәктәрҙә шуға бәйле сыуалыштар башланды.
— Ҡайһы бер кешеләр демократия бөтә нәмәне лә, шул иҫәптән дингә ышаныусыларҙың хисенән көлөүҙе лә, рөхсәт итә тигән фекерҙә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әгәр һин шулай иҫәпләйһең икән, үҙ фекереңде яныңда тот. Бер уйланылмаған һүҙҙең, аҙымдың ғына ла ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Быға миҫал — күҙ алдында. Мосолман илдәрендә йәшәүселәр икенсе төрлө тәрбиәләнгән, улар дини кешеләр. Хистәр менән уйнарға ярамай.
Президенттың Рәсәйҙә “Пусси Райт” төркөмө менән булған ваҡиға тураһында фекерен дә һораштылар.
— Бының кеүек тәртип боҙоуға мин ҡаршы. Көнкүреш кимәлендә генә эшләнгән закон боҙоу ҙа язаһын алырға тейеш. Был ҡыҙҙарҙың ғибәҙәтханалағы ҡылығын баһалар өсөн һүҙ таба алмайым хатта, — тине Рөстәм Зәки улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: үҙҙәрен панк-феминисткалар тип атаған ҡыҙҙар, төҫлө битлек һәм кейемдә Мәскәүҙәге Ҡотҡарыусы Христос ҡорамына инеп, тамаша ойошторған. Был вәхшилек буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, һәм ҡыҙҙар һаҡ аҫтына алынды.
Уҙған аҙна Рәсәй ҡалаларында ҡаршылыҡ марштары булды. Әммә ул Өфөлә ҙур хуплау тапманы.
— Минеңсә бындай акцияларҙың артыҡ кәрәге юҡ. Дөйөм алғанда, ил әүҙем үҫешә, кемгәлер тиҙерәк тә кәрәктер, әммә барыһы ла үҙ ваҡыты менән. Күп аҡса социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелә. Беҙҙең халыҡ тормошон яҡшыртыуҙан башҡа маҡсатыбыҙ юҡ. Тик күпме генә һорамаһындар, мөмкин булмағанды барыбер эшләй алмаясаҡбыҙ, — тине Президент был хаҡта.
Ә. ӘЙҮПОВА әҙерләне.


Вернуться назад