Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районында Йомаш ауылының 250 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты, юбилей айҡанлы асылған мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты, шулай уҡ район үҙәгендәге ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды.
200 йыл элек Семен Семенов етәкселегендә ситтән күсеп килгән халыҡ аҫаба ерҙәрҙе һатып алып, Йомаш ауылына нигеҙ һалған. Байрам айҡанлы ауылда ер һатып алыу мәлен сағылдырған театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Артабан республика башлығы йомаштарҙы ҡотланы һәм алдынғыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Яҡташтары Советтар Союзы Геройы Николай Васильев, Дан орденының тулы кавалеры Сәлихйән Сәлихов менән хаҡлы ғорурлана. Күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Владимир Капитонов та Йомашта тыуып үҫкән.
— Һеҙҙең төбәккә ҙур теләк менән киләм. Саҡмағош районы үҫеш кисерә. Быйыл сәнәғәт етештереүе күләме былтырғы күрһәткестән 30 процентҡа юғарыраҡ, — тине Президент.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендәге иң ҙур инвестиция проекттарының береһе булған Саҡмағош һөт заводын реконструкциялау барышы менән танышты.
Быйыл сентябрҙә сафҡа ингән тәүге линия тәүлегенә 150 тонна һөт эшкәртә. Икенсе линия тәүлек күләмен 200 тоннаға еткерәсәк, шул уҡ ваҡытта 18 төрлө һөт ризығы етештереү күҙҙә тотола. Инвесторҙар 2014 йылда өсөнсө линияны ғәмәлгә индереп, проект ҡеүәтенә сығырға ниәтләй. Завод ул саҡта тәүлегенә 400 тонна һөт эшкәртәсәк, ә “Ҡурай төбәге” бренды аҫтындағы продукция 37 төргә еткереләсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.