Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация етәксеһе сифатында Мордва Республикаһында булды. Саранск аэропортында уны Мордовия башлығы Владимир Волков ҡаршыланы.
Аэропорттан Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Һыу спорты төрҙәре һарайына юлланды. Унда спорт комплексындағы “Старт” стадионының үҙенсәлектәре, ҡала инфраструктураһы менән танышты. Владимир Волков стадионда еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты, эргәлә урынлашҡан Боҙ һарайында фигуралы шыуыу буйынса милли беренселек уҙғарылыуы хаҡында һөйләне. Артабан делегация Халыҡтар дуҫлығы майҙанын ҡараны.
“Технопарк-Мордовия” мәғлүмәт-иҫәп-хисап комплексы эш сәфәренең киләһе туҡталышы булды. Ғилми үҙәк электрон хөкүмәт системаһын ойоштороу буйынса байтаҡ эш күрһәткән. Рөстәм Хәмитов менән Владимир Волков, төбәктәрҙән юғары технологиялы фәнни-етештереү үҙәктәре ойоштороу IT-продукцияның конкуренцияға һәләтен байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, тигән уртаҡ фекергә килде.
Артабан рәсми делегация сүс-оптика кабелен күпләп етештереүселәрҙең береһе булған “Сарансккабель-Оптика” йәмғиәтенә юлланды. Заманса ҡорамалдарҙы һәм технологик мөмкинлектәрҙе даими яңыртыу һөҙөмтәһендә заводта магистраль һәм зона эсендәге элемтә селтәрҙәре төҙөлөшө өсөн яңынан-яңы кабель төрҙәре етештерелә.
Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Саранскиҙың заманса инфраструктураһындағы үҙенсәлекле объекттарҙа булды. Улар мордваларҙың Рәсәй халыҡтары менән берләшеүенең бер мең йыллығына һәм 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек йәһәтенән сафҡа индерелгән.
Республика йортонда Башҡортостан һәм Мордовия хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Биш йылға төҙөлгән документ ике яҡлы төбәк-ара программаларҙы һәм проекттарҙы эшләү өсөн нигеҙ булып тора.
— Төбәктәребеҙ араһындағы хеҙмәттәшлек үҫергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Атап әйткәндә, беҙ Мордовиялағы технопарк менән үҙ-ара эш итергә, кабель һәм оптика-сүс продукцияһын һатып алыуҙы арттырырға ниәтләйбеҙ.
— Бөгөн беҙ юғары технологиялы етештереү өлкәһендә байтаҡ уртаҡ күренештәрҙе билдәләнек. Төбәктәребеҙ малсылыҡ буйынса өр-яңы ауыл хужалығы проектында ҡатнаша. Тырышлыҡтарҙы берләштереп, ҙур уңышҡа өлгәшә аласаҡбыҙ, — тип билдәләне Владимир Волков.
Л. ДӘҮЛИЕВА.