Мосолман донъяһын ҡуҙғытыу кемгә кәрәк?18.09.2012
Ғәрәп донъяһында йәнә сыуалыштар башланды. Был юлы АҠШ һәм ЕС илдәре һөсләтеүе менән үҙ диктаторҙарын властан алып ташлау өсөн сыҡманы халыҡ урамға. Шул уҡ АҠШ-та “Ғәйепһеҙ мосолмандар” исемле фильм төшөрөлөүе менән бәйле, мосолмандар өсөн иң изге булған Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең намыҫын яҡлап күтәрелделәр.

Илсегә үлем юҡ тиһәләр ҙә…

11 сентябрь АҠШ халҡы өсөн ғәҙәти көн түгел. Тап ошо көндә бынан 11 йыл элек илдең милли ғорурлығы булған “игеҙәк” Сауҙа йорттары террористар тарафынан шартлатылып, унда 3 меңдән ашыу кеше һәләк булғайны. Был террорҙы ойоштороуҙы “Әл-Ҡаһиҙә” үҙ өҫтөнә алғайны. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә тигән кеүек, “Әл-Ҡаһиҙә”гә үс итеп “Ғәйепһеҙ мосолмандар” исемле фильм төшөрөлә лә инде. Унда Мөхәммәт пәйғәмбәргә яла яғыла. Фильм бынан ике-өс аҙна элек үк Интернет селтәренә ҡуйылһа ла, тик 11 сентябрҙә генә ғәрәпсәгә тәржемә менән Мысыр телевидениеһы аша халыҡҡа күрһәтелә. Ошонан һуң башлана ла инде мосолман донъяһындағы мәхшәр. Бер-бер артлы Мысыр, Тунис, Йәмән, Судан, Ливия, Индонезия, хатта Һиндостан, Австралия илдәрен ялмап алған сыуалыштар Европа илдәренә лә тарала башланы. Күпселек илдәрҙә АҠШ илселегенә һөжүм итәләр. Ошондай һөжүм ваҡытында Ливияла АҠШ илсеһе Кристофер Стивенсты үлтерәләр. Уның менән бергә АҠШ-тың тағы ла дүрт кешеһе, шул иҫәптән ике хәрби һәләк була. АҠШ етәкселеге башҡа мосолман илдәренән үҙ илселәрен саҡыртып ҡайтара башланы.
Электән халыҡ-ара аренала “Илсегә үлем юҡ” тигән изге төшөнсә йәшәп килә. Илселәрҙең тейелгеһеҙлеге халыҡ-ара документтар менән нығытылған. Әммә әле мосолман донъяһындағы ярһыған халыҡҡа барыһы ла бер – илсеме ул, юҡмы, АҠШ кешеһе икән — тимәк, дошман. Ошондай шарттарҙа Америка үҙ илселәрен яҡлау маҡсатында Төньяҡ Африка төбәгенә өҫтәмә хәрби көс ебәрә башланы. Бынан бер йыл элек кенә Барак Обама: “Мысырҙа һәм Ливияла диктатура юҡ ителеп, демократия урынлаштырылды. Төп террорсы – Усама бен Ладен юҡ ителгәндән һуң төбәктә һис ҡасан булмағанса тыныслыҡ урынлашасаҡ”, — тигәйне. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиҙәр бындай осраҡта. Барак Обама ла был төбәктә тыныслыҡ урынлашасаҡ тип алдан шапырынғайны ла, килеп сыҡманы шул. Америка Ҡушма Штаттары үҙе ҡорған ауға үҙе эләкте. Әле был фильмды төшөрөүсе, уны эфирға сығарыусы ҡулға алынған. Уға ниндәй яза бирерҙәр, әйтеүе ҡыйын. Тик мосолман донъяһындағы АҠШ-ҡа ҡарата булған күралмаусанлыҡты ғына бөтөрә алмаҫтар.
Бельгия, Франция кеүек Европа илдәрендә лә мосолмандарҙың АҠШ илселегенә һөжүм итеү осраҡтары бар. Былар, әлбиттә, береһе лә Барак Обама файҙаһына түгел. Әле илдә һайлау алды марафонының ҡыҙған мәле. Обаманың төп дәғүәсеһе Митт Ромни бынан үҙенә мәрәй туплап ҡалыуы ихтимал. Ҡайһы бер аналитиктар, мосолман донъяһын ошондай сыуалыштарға этәреүҙә Митт Ромниҙың ҡатнашлығы ла булыуы ихтимал, ти. Эйе, әҙәм балаһы власҡа килеү өсөн ниҙәр генә ҡылмай, хатта миллиондарса халыҡ инанған изге төшөнсәләрҙе бысратыуҙан да тартынмай. Төньяҡ Африка һәм Азия илдәрендәге сыуалыштар халыҡ-ара хәлде үтә ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Ярһыған халыҡтың күҙенә аҡ-ҡара күренмәй. Ғәрәп илдәрендә уҡый-яҙа белмәгән халыҡтың байтаҡ булыуы ла быға булышлыҡ итәлер. Мәҫәлән, Судандың баш ҡалаһы Хартумда ярһыған халыҡ АҠШ илселегенә һөжүм итәм тип башта Германия, һуңынан Бөйөк Британия илселеген туҙҙырып ташлай. Хаталанғандарын аңлағандан һуң ғына АҠШ илселегенә юлланалар. Был хәл, әлбиттә, Судандың Германия һәм Бөйөк Британия менән дипломатик мөнәсәбәттәрен киҫкенләштереп кенә ебәрәсәк.

Утрауынан бигерәк газы ҡыҙыҡһындыра

Алыҫ Көнсығышта ла тыныс түгел. Бында Япония менән Ҡытай бәхәсле утрауҙар яҙмышын хәл итергә уҡтала. Япондар Сенкаку, ҡытайҙар Дяоюйтай тип исемләп йөрөткән был утрауҙарҙы (5 утрау) ҡасандыр ҡытайҙар асҡан була. Япония-Ҡытай һуғышы һөҙөмтәһендә улар Японияға ҡала. Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң утрауҙар АҠШ ҡарамағына күсә. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Америка уларҙы Японияға кире ҡайтарып бирә. 90-сы йылдарҙа иһә Ҡытай дәғүә итә башлай һәм уларҙы үҙенең боронғо аҫаба ере тип иҫәпләй. Бында тәбиғи газ запасы барлығы асыҡланғандан һуң, утрауҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы арта төштө. Үткән аҙнала Япония хөкүмәте быға тиклем шәхси милек булып иҫәпләнгән өс утрауҙы 26 миллиард долларға һатып алды. Японияның ошондай аҙымға барыуы Ҡытайҙа халыҡтың ризаһыҙлыҡ акцияһына сығыуына килтерҙе. Ҡытайҙың иллеләп ҡалаһында урамдарға сыҡҡан халыҡ Япония машиналарын түңкәрә, тәртипһеҙлектәр ҡыла. Япония илселегенә лә һөжүм иткәндәр. Ҡытай етәкселеге үҙ биләмәләрен һаҡлау маҡсатында Сенкаку утрауҙарына хәрби караптарын ебәргән. Япондар ҙә ҡаршылыҡ күрһәтергә әҙер генә тора. Бер генә яңылышлыҡтың да был төбәктә яңы “ҡыҙыу нөктә” барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Ни өсөн тигәндә, һуғыш сыға ҡалһа, Японияға мотлаҡ АҠШ ярҙамға киләсәк. Көньяҡ Корея ла уларҙы яҡлаясаҡ. Ә Ҡытай иһә Рәсәй менән Төньяҡ Корея ярҙамына өмөт итә. Шуныһы хәүефле лә, ҡурҡыныс та: Япониянан айырмалы рәүештә, Ҡытай менән КНДР ядро ҡоралына эйә. Шуға ла Рәсәй яғы был сетерекле хәлдә ике ил араһында аралашсы ролен үтәргә тейештер. Ни тиһәң дә, Алыҫ Көнсығышта Рәсәйҙең йоғонтоһо ҙур.

Гудков китте. Сиратта кем?

Рәсәйҙең эске сәйәсәтендә лә ҡыҙыу мәл. Был юлы Дәүләт Думаһы депутаттары аптырашта ҡалдыра. Әллә 450 урынлыҡ депутат урындыҡтары тар була башланы, әллә депутаттарыбыҙ йәйге каникулдарында селлә йәйҙә ял итеп баштарына эҫе ҡаптырған, ҡапыл ғына аңғарып булмай. Көҙгө сессияға йыйылыуҙары булды, үҙҙәренең араһын “таҙарта” ла башланылар. “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе ағзаһы Геннадий Гудковтың депутат мандатын тартып алдылар. Бындай хәлдең Рәсәй тарихында булғаны юҡ ине әле. Баҡһаң, ул йәшертен рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, имеш. Ә был закон тарафынан ҡәтғи тыйыла. Гудков белдереүенсә, әгәр ҙә барлыҡ депутаттарҙың да эшмәкәрлеген ғәҙел тикшерһәң, Думалағы урындыҡтар яртылаш бушарға тейеш. Ниндәйҙер кимәлдә уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк барҙыр. Сөнки Рәсәйҙә депутат һүҙе миллиардер һүҙе менән йәнәш йөрөй. Йәғни, кемдең кеҫәһендә миллиард бар, шул ғына Думаға үтә ала. АҠШ һәм ЕС илдәренән айырмалы рәүештә, уларҙың береһенең дә атайҙарынан ҡалған мираҫы юҡ, күбеһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп кеҫә ҡалынайтҡан. Шуға ла Гудковтың аяҡ арты еңел буласағына ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад