Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров менән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Осрашыуҙа йәмғиәттә вертолеттар өсөн деталдәр сығарыу буйынса яңы үҙәктәр асыу мәсьәләләре ҡаралды. Был яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Дмитрий Петров 2013 — 2014 йылдарҙа предприятиеның финанс-иҡтисади хәлен тотороҡландырыуҙың төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
Л. ДӘҮЛИЕВА.