Юрист кәңәштәре14.09.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Һаҡ эш итегеҙ
— Баҡса участкаһы һатып алырға йыйынабыҙ, аҙаҡ унда йорт һалмаҡсыбыҙ. Ер хосусилаштырылмаған. Артабан теркәгәндә проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн уны нисек дөрөҫ итеп һатып алырға?

Рөстәм, Өфө ҡалаһы.

— Иң дөрөҫ, һөҙөмтәле һәм шул уҡ ваҡытта оҙаҡ ысулды тәҡдим итмәксемен. Бының өсөн участканы һатыусы үҙенә ергә милек хоҡуғын рәсмиләштерергә, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын дәүләт органында теркәргә һәм шунан һуң ғына һатып алыу-һатыу килешеүен эшләргә тейеш. Һатыусы был аҙымға барһа, һеҙгә, һатып алыусыға, ни бары килешеүгә ҡул ҡуйырға, уны теркәргә һәм ер өсөн түләргә генә ҡаласаҡ. Шулай уҡ был ысул һеҙҙе һатыусының намыҫһыҙ аҙымдарынан да һаҡлаясаҡ. Дәүләт теркәүен ни бары суд ҡына инҡар итә ала, ә быны эшләүе бик ауыр.
Икенсе ысул: баҡсасылыҡ ширҡәтенә ағза булып инергә кәрәк. Был осраҡта һеҙҙең һатыусығыҙ ширҡәттән сыға, ә һеҙ, киреһенсә, инәсәкһегеҙ. Тик бында көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәр булыуы ихтимал. Миҫал килтерәм. Баҡсасылыҡ ширҡәте законһыҙ төҙөлөүе йәки законһыҙ рәүештә үҙенең сиктәрен арттырған булыуы мөмкин (был йыш осрай). Улай икән, һеҙ бер нисек тә ергә хоҡуғығыҙҙы теркәй алмаясаҡһығыҙ. Милеккә хоҡуғығыҙҙы танытыуҙы суд аша ғына эшләргә кәрәк, тик бының өсөн 17 йыл көтөргә тура киләсәк (хоҡуғығыҙҙы һатып алыуҙың ваҡыты үтеү менән генә таныйҙар). Баҡсасылыҡ ширҡәтенең документтары тәртиптә булған хәлдә лә, ергә документтарҙың рәсмиләштереп бөтмәгән йәки дөрөҫ эшләнмәгән булыуы ла ихтимал. Һеҙгә ер участкаһын үҙегеҙгә межаларға, кадастр иҫәбенә ҡуйырға, хоҡуҡ билдәләүсе документтар юлларға һәм шунан һуң ғына уға хоҡуғығыҙҙы теркәргә кәрәк буласаҡ. Быларҙан тыш та, әгәр һатыусы намыҫһыҙ икән, ерҙе кире тартып алыу ысулдары ҡаласаҡ. Шуға күрә хәүефһеҙ юлда һайлағыҙ, беренсе ысул буйынса һатып алығыҙ.

Алданы...

— Матди хәлем бик ауыр булғанлыҡтан, бер бай ҡатын менән фиктив никах теркәтергә ризалыҡ биргәйнем. Уға ҡалала прописка кәрәк ине. Ул никахтан һуң шунда уҡ үҙенә фатир алырға һәм минең фатирҙан китергә һүҙ бирҙе. Фатир алыуын-алды, тик хәҙер прописканан төшкөһө килмәй. Миңә нимә эшләргә? Әгәр айырылышһаҡ, ул фатирға дәғүә итә аламы?

Ф., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

— Судҡа никахтың ысын булмауын танытыу тураһында ғариза бирегеҙ. Бөгөн бындай осраҡтар йыш, шуға күрә судтың ундай практикаһы бар. Никах фиктив рәүештә төҙөлгәне асыҡланһа (яҡтарҙың береһе никахҡа ғаилә төҙөү өсөн инмәһә), ул ысын түгел тип иҫәпләнә. Шуныһы мөһим: әгәр һеҙ рәсми айырылышһағыҙ, никахтың фиктив икәнлеген дәлилләй алмаясаҡһығыҙ, сөнки айырылышыу ысынлап ғаилә булғанлығын күҙ уңында тота, һәм элекке “ҡатынығыҙ” шулай уҡ һеҙҙә йәшәүен дауам итә аласаҡ. Суд һеҙҙең мәсьәләне ыңғай хәл итһә, фиктив ҡатынығыҙҙы прописканан төшөрөүҙе һорап икенсе дәғүә бирегеҙ.


Вернуться назад