Йәрмәкәйҙә үҫеш юлдары ҡаралды14.09.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Йәрмәкәй районындағы бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды, шулай уҡ район үҙәген үҫтереү планы менән танышты.
Бекетов ауылында Башҡортостан Президенты “Приютовагрогаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлланды. Ойошманың төп йүнәлеше — малсылыҡ. Йыл башынан алып етештерелгән тулайым продукция күләме 60 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Әммә агрофирма зыянға эшләй.
Быйыл бында субсидиялау программаһы буйынса яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Төбәк башлығы әйтеүенсә, ошо программаға ярашлы билдәләнгән йөкләмәләрҙе Башҡортостан тулыһынса үтәйәсәк.
Урта Ҡарамалы ауылында Рөстәм Хәмитов Ивановтар ғаиләһенең крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Бында көнбағыш майы һәм он етештерелә. Президент ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды, хужалыҡ етәкселәренән фермерҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдим әйтеүҙәрен һораны.
Аксаков ауылында Рөстәм Хәмитов “Родина” агрофирмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында саф тоҡомло менге аттарын үрсетәләр. Йылҡысылыҡ заводында шундай 45 ат аҫрала.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад