— Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау бөгөн йәмғиәттә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Көҙгө тауыш биреү кампанияһында республика буйынса 10 сәйәси партияның һәм 1200-гә яҡын үҙаллы кандидаттың ҡатнашыуы — бының асыҡ дәлиле, — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев "Башҡортостан", "Республика Башкортостан", "Кызыл таң" гәзиттәре һәм "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрселәре менән осрашыуҙа.
14 октябрҙә, йәғни Берҙәм тауыш биреү көнөндә, төбәктең 54 районында, бер нисә ауыл биләмәһендә, шулай уҡ Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында һайлау үтәсәк, һөҙөмтәлә 1115 мандат тапшырылырға тейеш. Хәйҙәр Арыҫлан улының күҙаллауынса, әүҙемлек бынан алдағы сараларҙағынан һис тә кәм булмаясаҡ. Ойоштороу мәсьәләләрен яйға һалыу дауам итә, ләкин урындағы комиссияларҙы борсоған күренештәр ҙә юҡ түгел. "Бурыстар нисек кенә ауыр тойолмаһын, һәр ваҡыттағыса барлыҡ эште еренә еткереп башҡарырға, депутатлыҡҡа дәғүә итеүсенең һәм тауыш биреүсенең хоҡуҡтары боҙолоуына юл ҡуймаҫҡа, һайлауҙың ғәҙел үтеүенә өлгәшергә тырышабыҙ", — тине комиссия рәйесе.
Журналистар төрлө һорау бирҙе, һайлау системаһындағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынды, кандидат булырға йыйыныусылар араһына ҡылған енәйәте өсөн хөкөм срогы үтмәгән кешеләрҙең, урындағы халыҡҡа бөтөнләй ят әҙәмдәрҙең килеп инеүе осраҡтары тураһында фекер алышты. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, тауыш биреүҙең ни тиклем мөһим сара икәнлеген һәр кем белһә, яман ниәтлеләр депутат булып китер тип борсолорға урын ҡалмаҫ. Был йәһәттән киң мәғлүмәт сараларының иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.
(Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе менән әңгәмә хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте алдағы һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ).
Д. МӘЖИТОВ.