Бөгөн Өфө районында Рәсәй полиграфистары һәм нәшриәтселәренең “Тамға-2012” төбәк-ара форумы асыла. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт, Сыуаш республикалары һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусылар килә. Йыйынды республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Башҡортостан полиграфистары ассоциацияһы ойоштора.
“Тамға-2012” Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе шарттарында ватан полиграфистарының дәғүәселеккә һәләте, ғөмүмән, бөгөнгө полиграфия торошона арнала. Ике көн дауам итәсәк сарала тармаҡтың алдынғы эксперттары сығыш яһаясаҡ, фекер алышыуҙар, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр буласаҡ. Шулай уҡ офсет һәм һанлы ҡорамал, материал етештереүселәр исем туйы ойошторасаҡ. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн алдан иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
— Быйыл сараның йөкмәткеһен үҙгәрттек, ул быға тиклем күргәҙмә булып ҡына үтә ине, хәҙер форумға әйләнде, — тине Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова матбуғат конференцияһында. — Тик йөкмәтке үҙгәрһә лә, уның асылы шул килеш ҡала. Төбәк продуктының дөйөм күләмендә полиграфия тармағының өлөшө бик ҙур булмаһа ла, ул мөһим әһәмиәткә эйә.
Полиграфистарҙың төбәк-ара ассоциацияһы президенты Борис Кузьмин тармаҡтың проблемалары һәм уны хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, электрон технологиялар полиграфияны, гәзит-журнал менән китапты кеше тормошонан юйып ташлай алмаясаҡ.
— Әлбиттә, Интернет технологияһы тормошобоҙға ныҡлы үтеп инә. Беҙҙең тармаҡҡа ҡурҡыныс янай тиеүселәр ҙә бар. Тик мин бының менән килешмәйем. Элегерәк телевидение менән радио беҙгә дәғүәсе ине, ләкин һәр береһе үҙ урынында ҡалды, шуға әле лә хафаланырға урын юҡ, — тине ул. — Матбуғат булды, бар һәм артабан да буласаҡ. Үҙ эшебеҙҙе белеп сифатлы эшләү генә шарт.
Ә. ӘЙҮПОВА.