Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң “Полигон” фәнни етештереү предприятиеһында булды. Республика етәксеһе телефонияла һәм мәғлүмәт селтәрҙәрендә файҙаланылған радиоэлектрон ҡорамалдар һәм микроэлектрон компоненттар етештереү технологияһы менән танышты.
Конкуренцияға һәләтте арттырыу һәм баҙарҙа тотҡан урынды киңәйтеү өсөн предприятиеға етештереү ҡеүәтен үҫтерергә кәрәк. Әле “Полигон” Рәсәйҙәге Элемтә аппаратураһы баҙарының 1,5 процентын биләй. Шулай ҙа был өлөштө 15–18 процентҡа тиклем арттырырға мөмкин.
Л. ДӘҮЛИЕВА.