Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов Дәүләт Думаһындағы Башҡортостандан һайланған бер төркөм депутаттар менән осрашты.
Унда Мәғариф буйынса комитет рәйесе Александр Дегтярев, Дума рәйесенең иҡтисади сәйәсәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Виктор Климов, Регламент һәм Думаның эшен ойоштороу комитеты ағзаһы Иршат Фәхретдинов ҡатнашты.
Сарала республика тарафынан тормошҡа ашырылған һәм федераль власть органдарында хуплау талап иткән проекттар тикшерелде.
— Республикабыҙҙан Рәсәй парламентына 12 депутат һайланды. Уларҙың федераль кимәлдә республика мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлеге хаҡында күптән фекер алышырға ниәтләй инек, — тине Владимир Балабанов. — Үҙ өлкәһендә яҡшы белгес булған ошо кешеләрҙең һәр береһе Башҡортостан өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша ала. Һүҙ Дәүләт Думаһының закон сығарыу эшмәкәрлегендә генә түгел, федераль үҙәктә республика мәнфәғәттәрен сағылдырыуҙа ҡатнашыу хаҡында бара.
Дәүләт Думаһы депутаттары һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Төбәк проекттарын артабан үҫтереү буйынса уларҙың һәр береһенә федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар беркетелде.
А. ХӘЛИЛОВ.