Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың блогында торлаҡ хужаһы менән идарасы компания араһындағы килешеү проекты тикшерелә башланы.
Константин Толкачевтың фекеренсә, ошо мөһим документ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге күп кенә бәхәсле мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа булышлыҡ итергә тейеш. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, күптәр уның йөкмәткеһе менән таныш түгел.
— Был күренешкә сик ҡуйырға ваҡыт, — ти Дәүләт Йыйылышы Рәйесе. — Документҡа ҡул ҡуйған кеше үҙенең талаптарын һәм йөкләмәләрен белергә, ниндәй хеҙмәттәргә эйә буласағын һәм улар өсөн күпме түләйәсәген аныҡ белергә тейеш. Бергәләшеп килешеүҙәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итәм.
Фекер алышыу “Йәнле журнал”да бара.
Л. ДӘҮЛИЕВА.