Балтик диңгеҙе буйындағы илдең вәкилдәре Башҡортостанда иғлан ителгән аҙналыҡҡа ҙур ихласлыҡ, үҙ-ара аралашып йәшәү тәҡдиме менән килде: улар Өфөлә виза үҙәген асып, үҙҙәренә саҡырҙы.
Швеция — донъяла киң билдәле иллеләгән компанияның тыуған иле. Бер йыл элек эш башлаған "Мега-Өфө" комплексы миҫалында республикабыҙ халҡы шведтарҙың бизнесты оҫта ҡороуына инанырға өлгөрҙө. Былтыр беҙҙең предприятиелар менән швед компаниялары араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 7 миллион долларға еткән. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә уҙған осрашыуҙа Швецияның йәнә туғыҙ компанияһы Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү теләген белдерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов фекеренсә, швед эшҡыуарҙарының тәҡдимдәре торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш өлкәләрендә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. "Энергияны һаҡсыл ҡулланыу ҡоролмалары, төрлө инженер системаһы, хужалыҡ һәм сәнәғәт ҡалдығын ҡабаттан эшкәртеү алымдары Өфө өсөн айырыуса ылыҡтырғыс", — тине ул.
Кисә баш ҡалала Швеция виза үҙәгенең асылыуы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең, үҙ-ара туризмдың артабанғы үҫешенә нигеҙ һалды, тиергә мөмкин. Был үҙәк Башҡортостандан Швецияға барырға теләүселәрҙе документҡа бәйле байтаҡ мәшәҡәттән азат итәсәк.
Н. ХӘСӘНОВА.