Фәһемле осрашыу08.09.2012
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Газпромбанк” йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Фамил Садыгов менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡайһы бер ҙур инвестиция проекттары, республикалағы предприятиеларҙы һәм халыҡты кредитлау буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, банктың социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы тикшерелде. Шулай уҡ “Газпромбанк”тың Башҡортостандағы хәйриә эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов менән Фамил Садыгов үҙ-ара эш итеү тураһындағы протокол проектын ҡараны. Атап әйткәндә, йәмғиәт “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт коридорын төҙөүҙә ҡатнашырға ниәтләй.
Сарала шулай уҡ “Өфө” халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауҙа, сүп-сар эшкәртеү заводтары төҙөүҙә, һыу бүлеү, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен яңыртыуҙа йәмғиәттең эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад