Авиация үҙәге төҙөләсәк07.09.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Көнсығыш Европала һәм БДБ илдәрендә Германияның Gebr. Heinemann компанияһын үҫтереү буйынса директоры Ойген Сирота менән осрашыуында “Өфө” халыҡ-ара аэропортында Эшлекле авиация үҙәген ойоштороу проекты ҡаралды. Ул 1 мең квадрат метр майҙанда комплекс төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Бында осош зоналары, конференция залдары, һөйләшеү бүлмәләре, пошлинаһыҙ сауҙа иткән магазиндар, ресторан, отелдәр асыу күҙҙә тотола.
Рөстәм Хәмитов үҙәк ойоштороу тәҡдимен хупланы.
— 2015 йылда республикабыҙҙа ҙур халыҡ-ара саралар — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары үткәреләсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Европа һәм Азия илдәренән инвесторҙарҙы күпләп йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирә, — тине Рөстәм Хәмитов.
— Беҙ республика менән хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтергә ниәтләйбеҙ. Киләһе аҙымыбыҙ — Эшлекле авиация үҙәген асыу. Өфө һәм тотош Башҡортостан биләмәһенең эшлекле авиацияны үҫтереү йәһәтенән ҡеүәте ҙур, — тип белдерҙе Ойген Сирота.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад