Һайлау комиссияһы асыҡлыҡ индерә06.09.2012
“Башҡортостан”-Йома” гәзитенең 31 августағы 170-се һанында “Юрист кәңәштәре” рубрикаһында “Кандидат иткеләре килмәй” тигән баш аҫтында Ейәнсура районынан гәзит уҡыусының муниципаль һайлауҙа кандидаттар күрһәтеү срогы тураһындағы һорауына яуап баҫылып сыҡҡан.
Ошоға бәйле түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. Юристың “Рәсәй Федерацияһы граждандарының урындағы үҙидара органдарына һайлау һәм һайланыу буйынса конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү тураһында”ғы Федераль законға һылтанмаһы дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Уның 1-се статьяһындағы 1-се пунктҡа ярашлы, был Закон Рәсәй Федерацияһы субъектының вәкиллекле (закон сығарыу) органы тарафынан муниципаль һайлауҙы үткәреү тәртибен билдәләгән бүтән закон ҡабул ителмәгәндә генә ҡулланыла. Башҡортостанда урындағы үҙидара органдарына һайлау республикабыҙҙың 2006 йылдың 6 декабрендә ҡабул ителгән Һайлау тураһындағы кодексы нормаларына таянып тормошҡа ашырыла.
Ошо Кодекстың 43-сө статьяһындағы 3-сө өлөшкә ярашлы, урындағы үҙидара органдарына һайлау үткәрелгәндә, һайлауҙы тәғәйенләү тураһындағы ҡарар баҫылып сыҡҡандан 20 көн эсендә кандидат үҙ-үҙен күрһәтә ала. Ейәнсура район Советының һайлауҙы тәғәйенләү тураһындағы ҡарары “Ейәнсура таңдары” гәзитенең 28 июль һанында баҫылып сыҡҡан. Тимәк, кандидат теркәлеү өсөн документтарын 18 авгусҡа тиклем тапшырырға тейеш булған.
Башҡортостан Үҙәк һайлау
комиссияһының йәмәғәтселек бәйләнештәре һәм мәғлүмәт бүлеге.


Вернуться назад