Шведтар баҙарҙы өйрәнә06.09.2012
Аҙналыҡтың тәүге көнөндә АИК швед хоккей клубы рәйесе Петер Мэлквист “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында “Өфө-Арена” боҙ һарайына барҙы. “Киләсәктә ике команданың осрашып тороуын теләйем. Беҙгә еңеү түгел, ә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу мөһимерәк”, — тине ул.
Кисә шулай уҡ “Родина” кинотеатрында швед киноһы аҙналығы асылды. Шәмбе Өфө йәштәре Швецияның бар донъяға танылған ди-джейҙарының көйҙәрен тыңлаясаҡ.
Халыҡ швед мәҙәниәте менән танышҡан арала делегаттар республикабыҙ баҙарында үҙ урынын яуларға ниәтләй. Шул маҡсаттан сығып, Швецияның ҙур компаниялары Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһында “SymbioCity” (“СимбиоСити”) семинарын уҙғара. Унда ҡалаларҙа энергияны һаҡсыл тотоноу, биоэнергетика, хужалыҡ һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары менән дөрөҫ эш итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү була, ҡунаҡтар ошо өлкәләге ҡаҙаныштары менән таныштыра.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад