Хыял да, маҡсат та бер05.09.2012
Хыялдар ҙа, маҡсаттар ҙа бер. Киләсәктә Башҡортостандың аграр сәнәғәтен үҫтереп, ит-һөт етештереү буйынса илдә тәүге урындарҙы яулайһы, һөт бренды булдырып, республиканы ысын мәғәнәһендә һөт иле итеп күрге килә. 8 сентябрҙә Өфөнөң Ленин майҙанында үтәсәк “Һөт иле-2012” фестивален ойоштороусылар ошоларҙы күҙ уңында тота ла инде.
— Фестиваль бынан өс йыл элек Мәскәүҙә башланды. Тик ул Бөтә Рәсәй фестивале тип аталманы, йәрминкә генә ине, — тине Рәсәй һөт етештереүселәренең милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко. — Былтыр Өфөлә үткәрелгәндә, ул Бөтә Рәсәй фестиваленә әйләнде. Был юҡҡа түгел, сөнки Башҡортостан илдә һөт продукцияһы етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Быйыл да, йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, былтырғыға ҡарағанда үҫеш 7 процент тәшкил итә.
Һөт фестивален ойоштороусылар үткәргән матбуғат конференцияһында Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко ла үҙ һүҙен әйтте.
— “Һөт иле-2012” фестивале — ғаилә байрамы. Республика етәкселеге ярҙамы менән һөт етештереү тармағында эш көйлө бара. Бөгөн 85 предприятие байрамда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Хатта башҡа өлкәләрҙән дә бар ине. Тик беҙ үҙ етештереүселәребеҙгә өҫтөнлөк бирҙек. Фестивалдә элек етештерелгән тауарҙы ғына күрһәтмәйәсәктәр, ә яңы брендтар ҙа ҡуйыласаҡ. Был сара байрам да, республика ойошмалары тауарҙарына реклама ла буласаҡ.
Министр урынбаҫары шулай уҡ “500 ферма” программаһына ла туҡталып үтте. Уның буйынса субсидиялар бирелә башланы. Тәүгеләрҙән булып Илеш районының “Урожай” хужалығы алған. Программаның төп маҡсаты шунан ғибәрәт: мал аҙығы базаһын нығытыу, фермаларҙы механизациялау, малсыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу, юғары сифатлы һөт етештереү...
Былтырғы тәүге фестивалдә үҙенә күрә рекорд та ҡуйылған — биш сәғәт эсендә йыйылыусылар 6168 литр һөт эскән! Күрһәткес Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелгән. Быйыл иһә һөт стакандарҙа таратылмай, пакеттарҙа биреләсәк һәм ошо һауыттарҙан һыйыр һыны эшләнәсәк. Ул һыйырға донъяла иң ҙур үҙенсәлекле “һәйкәл” буласаҡ. Ҡунаҡтар байрамда 7 мең литр һөт эсеп, тағы рекорд ҡуймаҡсы. Шулай уҡ фестиваль үткән майҙанда ике “ферма” төҙөләсәк, балалар өсөн һөт кафеһы эшләйәсәк, танылған артистар сығыш яһаясаҡ.
Т. МУСИН.


Вернуться назад