Ергә һаҡсыл ҡарайыҡ, тейешлеһен алайыҡ05.09.2012
Ер мәсьәләһенең бер ҡасан да иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалғаны юҡ. Был аңлашыла ла: ерһеҙ халыҡ халыҡ түгел. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса Советтың сираттағы ултырышы ла ошо мәсьәләгә арналды.
Совет ағзалары үткәргән анализ һөҙөмтәләренән асыҡланыуынса, ергә ҡағылышлы ведомстволар биргән мәғлүмәттәр төрлө һәм бер-береһенән айырыла. Росреестр идаралығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Урман хужалығы, Экология министрлыҡтары, һалым хеҙмәте, муниципалитеттарҙың күрһәткестәре араһындағы айырма ҡайһы бер урындарҙа 300 мең гектарғаса барып етә! Ниндәй ерҙең федераль, республика, урындағы үҙидара һәм шәхси милектә булыуы тураһында ла аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Шуға ер һалымын йыйыу ҙа ауырлаша. Аналитиктар әйтеүенсә, баш ҡала ғына йылына бер миллиард һум аҡсаһын юғалта.
Совет ағзаһы Рәйлә Насибуллина дөйөм реестр — берҙәм биләмә мәғлүмәттәре инфраструктураһын булдырырға тәҡдим итте. Ул иҫәпте тәртипкә һаласаҡ һәм шуның менән бергә һалым йыйыуҙа ярҙам итәсәк тип күҙаллана. Берҙәм биләмә мәғлүмәттәре инфраструктураһының нисек эшләйәсәген “Башземоценка” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Раил Еникеев аңлатып үтте.
Миҫал өсөн Мәләүез районы алынды. Картографтар мәғлүмәттәрҙе берләштергәндән һуң, ҡала ҡаҙнаһының кәм тигәндә өҫтәмә рәүештә 500 мең һум аҡса алыу мөмкинлеген асыҡлаған. Өфөнөң ни өсөн 1 миллиард һум тирәһе аҡса юғалтыуы ла билдәле булды. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән торлаҡ милекселәре ер һалымын түләгән осраҡта йыйылыр ине, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта уның күләме кеше өсөн ҙур ҙа түгел: һалым ставкаһы 0,1 процент булғанда бер бүлмәле фатир өсөн йылына — 180, өс бүлмәлеһе өсөн 380 һум самаһы ғына буласаҡ.
Совет ултырышында министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре лә ҡатнашты. Республиканың финанс министры урынбаҫары Лира Иғтисамова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында берҙәм иҫәп-касса үҙәктәре мәғлүмәттәренә таянып, ошондай уҡ эш башҡарғандар. Ҡала бюджеты өҫтәмә 9 миллион һум аласаҡ, тигән һығымта яһалған. Яңыраҡ Стәрлетамаҡтың тәжрибәһе республика Хөкүмәте ултырышында ла өйрәнелгән, проектты башҡа ҡала округтарына ла тормошҡа ашырырға тәҡдим ителгән.
Ер кадастрҙары базаһын камиллаштырыу буйынса эш һигеҙенсе йыл алып барыла, был маҡсатта республика 800 миллион һум аҡса тотонған. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, былтыр республика бюджеты ер һалымы түләүҙән — 1,2 миллиард, ерҙе ҡуртымға биреү һәм һатыуҙан 3,4 миллиард һум килем алған. Баш ҡаланың был тәңгәлдәге күрһәткесе — 321 миллион һум. Өфөлә лә аҡсаның ҙур өлөшө ерҙе ҡуртымға биреүҙән алына. Ә күрше Татарстанда хәл башҡасараҡ. Уларға аҡсаның ҙур өлөшө ер һалымынан, әҙерәге генә ҡуртымға биреүҙән килә.
Был хәлдең ниңә шулай килеп сығыуын ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров аңлатты: ҡуртымға биреү отошлораҡ, сөнки ҡуртым хаҡы һалым ставкаһына ҡарағанда юғарыраҡ.
— Электән һаҡланған йола буйынса, республикала ер дәүләт ҡарамағында ҡалып килде, — тине ул артабан. — Ә башҡа төбәктәрҙә совхоз пайҙары шәхси ҡулдарға иртәрәк бирелә башланы. Беҙҙә был эш ике йыл ғына алып барыла. Ерҙе дөрөҫ бүлеү-бүлмәүгә килгәндә, ул буталыш совет осоронда уҡ башланды. Мәҫәлән, Бөрйән районында ауылдар урынлашҡан ерҙе урман фондына “беркеткәндәр”. Бының менән совхоз ерҙәрен күберәк итеп күрһәтергә теләгәндәр.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков, ерҙе тәртипкә килтереү өсөн яңы структура булдырыу һәм уны тәьмин итеү ҙур сығым талап итәсәк, тип иҫәпләй. Уныңса, Кадастр палатаһын үҫтереү һәм камиллаштырыуға һалынған аҡса ла үҙен аҡларға тейеш.
Нисек кенә булмаһын, был өлкәлә әле эшләйһе лә эшләйһе. Ҡасан да булһа бында ла тәртип булырға тейеш. Шуға күрә Президент ҡарамағындағы дәүләт аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса Совет ағзалары министрлыҡ һәм ведомстволарға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Атап әйткәндә, ерҙе шәхси милеккә һатыу буйынса закон биргән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу, берҙәм биләмә мәғлүмәттәре инфраструктураһын булдырыу, һалым йыйыуҙы арттырыу бурысы ҡуйылды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад