Рапота йүнәлеш бирәсәк05.09.2012
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ултырыш үтте. Унда Рәсәй һәм Беларусь союздаш дәүләтенең Дәүләт секретары Григорий Рапота йәмғиәттең Директорҙар советы рәйесе итеп һайланды.
Бындай ҡарар әле Беларусь Республикаһының кальцийлы сода етештереү буйынса завод төҙөү проектын тормошҡа ашыра башлауына бәйле. Проект быйыл 14 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Беларусь Республикаһына сәфәре барышында тикшерелгәйне. Был ниәт ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад