Студенттар дәрес ҡалдырмаясаҡ04.09.2012
Республика парламенты депутаттары көҙгө сессияла эш башланы. Уларҙың алдында ҙур бурыстар тора. Ҡабул ителәсәк һәм эшләргә кәрәкле закондар тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һөйләне.
Иң мөһимдәренең береһе — киләһе йылға республика бюджеты. Закон 1 октябргә тиклем ҡабул ителергә тейеш.
— Бюджет аҡсаһы һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн әүҙем эшләргә тейешбеҙ. Үкенескә ҡаршы, улар күп түгел, ә бурыстар бихисап, — тине ул.
Әйткәндәй, бюджет буйынса фекер алышыуҙа йәмәғәтселек тә ҡатнаша ала. Закон проекты баҫыласаҡ, һәр кеше уның менән танышыу һәм тәҡдимен индереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Тағы бер мөһим закон проекты — Һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү. Ошо арала Берҙәм һайлау көнө билдәләнәсәк тип көтөлә. Был тиҙ арала республика ҡануниәтен үҙгәртеүҙе лә талап итәсәк.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 110 депутат һайланасаҡ, уларҙың 55-е бер мандатлы округ, 55-е партия исемлеге буйынса үтәсәк. Был яңылыҡ та Законда сағылыш табырға тейеш, — тине Константин Борисович.
Экология өлкәһендә лә мөһим мәсьәләләр хәл итеүҙе көтә. Экология кодексына үҙгәрештәр йыш индерелә, әммә яңынан-яңы проблемалар тыуып ҡына тора, уларҙы ҡануниәт менән нығытыу зарур. Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһы ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан, ә Белорет районында буш ерҙәр юҡ. Шул уҡ ваҡытта өс балаһы булған ғаиләләргә ер бирергә кәрәк. Депутаттар ошоноң кеүек сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын эҙләйәсәк тә.
Мәғарифта ла яңылыҡ: дәүләт уҡыу йорттарында студенттар дәрес ҡалдырмаҫҡа тейеш! Был юҫыҡта контролде нығытыу көтөлә.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад