Көршәккә һыу кәрәк04.09.2012
Көршәккә һыу кәрәкБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районында булды. Сыуаш-Ҡобау ауылында республика етәксеһе урта мәктәпте ҡарап сыҡты, урындағы халыҡ менән аралашты.
Көршәк ауылында йәшәүселәр газ һәм һыуҙың булмауына зарланды. Ҡоролоҡло йәйҙән һуң ҡоҙоҡтарҙа һыу ҡалмаған тиерлек. Әле уны йылғанан ташыйҙар, эсәр һыуҙы район үҙәгенән һатып алалар. Рөстәм Хәмитов мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
209 уҡыусы белем алған Сыуаш-Ҡобау мәктәбендә Рөстәм Хәмитов ирекле көрәш секцияһындағы күнекмәлә булды. Әле секцияға 63 уҡыусы йөрөй. Улар иҫәбендә донъя һәм Европа чемпионаттары призерҙары ла бар. Иҫке спорт залын ҡарап сыҡҡандан һуң, республика башлығы мәктәпкә яңы төкәтмә төҙөргә тигән күрһәтмә бирҙе.
Белем көнө айҡанлы Башҡортостан Президенты 2002-2004 йылдарҙа тыуған балалар араһында ирекле көрәш буйынса республика беренселегендә еңеп сыҡҡан өсөнсө класс уҡыусыһы Августина Ивановаға иҫтәлекле бүләк, ә мәктәпкә мультимедиалы проектор һәм экран тапшырҙы.
Уҡытыусылар менән аралашҡанда Рөстәм Хәмитов мәктәптәге эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бында уртаса эш хаҡы 19 мең һум тәшкил итә. Яңы эш башлаған белгестәр айына — 15 мең һум, ә стажлы уҡытыусылар 24 мең һум самаһы аҡса ала.
Сыуаш теле уҡытыусылары Президентҡа методик ҡулланмаларға бәйле проблемалары хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа Сыуашстандағы коллегалары менән бәйләнешкә инеп, уларҙан тейешле әҙәбиәт алырға һәм мәктәптәргә таратырға ҡушты.
Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ мәктәп ашханаһын, кластарҙы, музейҙы ҡарап сыҡты, абруйлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлеккә яҙма ҡалдырҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад