Депутат ярҙам иткән04.09.2012
“Берҙәм Рәсәй” партияһынан депутат ярҙамында күп фатирлы йортта эҫе һыу бирҙеләр.
Октябрь проспектының 24-се йортондағы 100-ҙән ашыу ғаилә, торлаҡтары 1960 йылда уҡ төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ошоға тиклем эҫе һыуһыҙ йәшәгән. Йылдар буйы төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапау һөҙөмтә бирмәгән. Өфө ҡала Советы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Тимур Хәкимовҡа мөрәжәғәт иткәс кенә проблема бер аҙна эсендә хәл ителә.
— Ҡасан да булһа газ плитәһе өҫтөндә биҙрәләп һыу йылытмайынса, кер йә һауыт-һаба йыуырмын, тип уйламай ҙа инем, — ти 61 йәшлек Фәүзиә Никитюк. — Бында мин 70-се йылдар башынан йәшәйем. Өфө үҙәгендәге биш ҡатлы йортобоҙҙа бер ваҡытта ла эҫе һыу булманы. Ошонда 40 йыл йәшәгәндән һуң ғына, уңайлы шарттар булдырылды, тип әйтә алам.
Гүзәл Шәрәфетдинова был йортта тыуғандан бирле йәшәй. Ул, әсәйем мине газда һыу йылытып йыуындыра йә кер йыуа торғайны, ти. Хәҙер ул үҙе — йәш әсә.
— Бөгөн улым рәхәтләнеп йылы ваннала һыу инә. Был — минең өсөн ҙур шатлыҡ, — ти Гүзәл. — Депутатыбыҙ Тимур Хәкимовҡа ҙур рәхмәт. Киләсәктә ярҙам кәрәк булһа, ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә беләбеҙ. Йортобоҙҙағы бөтә халыҡ партия вәкилдәренең бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағына һәм ауыр мәлдә мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәгенә ышана.
24-се йортта йәшәүселәр рәхмәттәрен еткереү өсөн Тимур Хәкимов граждандарҙы ҡабул иткән Совет районының 38-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығына килгән.
— Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын, — ти депутат. — Уларҙың ярты быуаттан ашыу Өфөнөң үҙәгендә эҫе һыуһыҙ йәшәүен белгәс, үҙ күҙем менән күрмәйенсә ышанманым. Хәҙер улар уңайлыраҡ шарттарҙа йәшәр, тип уйлайым.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад