Асыҡлыҡ индерелде04.09.2012
Һауа транспортының федераль агентлығында "Домодедово", "Өфө" аэропорттары, "Трансаэро" авиакомпанияһы етәкселеге вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Унда Светлана Мостафинаға Өфө аэропортында тейешле хеҙмәт күрһәтелмәүгә бәйле сетерекле хәл тикшерелде.
Хәбәр итеүебеҙсә, 18 августа әсә инвалид сабыйы менән баш ҡаланан ҡайтҡан. Авиакомпания хеҙмәткәрҙәре инвалид коляскаһын трапҡа килтерәсәктәренә ышандырһа ла, вәғәҙә үтәлмәгән. "Домодедово" аэропорты вәкилдәре белдереүенсә, техник сараларҙың эшендә ҡаршылыҡтар килеп сығыу сәбәпле, улар "Өфө" аэропорты хеҙмәткәрҙәрен багаждағы коляска тураһында ваҡытында иҫкәртә алмаған.
Бынан һуң Росавиация барлыҡ авиакомпанияларға һәм аэропорттарға балалар менән осҡан һәм мөмкинлеге сикләнгән пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү хаҡында үҙ тәҡдимен ебәрәсәк.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад