Малай тыуғас, беҙҙең халыҡта: “Һалдат тыуҙы!” — тип һөйөнсөләйҙәр. Ир-егеткә ошо саҡтан уҡ Тыуған ил тойғоһо һеңдерелә, үҫеп, ҡулына ҡорал тоторға ваҡыт еткәс, иңенә оло бурыс йөкмәтелә — Ватанды һаҡлау. Почетлы бурыс, тип тә өҫтәргә кәрәктер. Ата-әсә берсә ғорурланып, берсә һағайып улын һалдатҡа оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа “һағайыуы” өҫтөнлөк ала бара. Тыныс ваҡытта егеттәребеҙҙең ғүмере өҙөлә, яраланыусылар иҫәбе лә арта тора.
Йәнә Ырымбур өлкәһенән борсоулы хәбәр килде: Хәйбулла районы егете Артур Ҡыуандыҡов хеҙмәттәше Андрей Демьянюк менән 122 мм-лы снарядтарҙы юҡ итеү өсөн махсус соҡорға теҙгән саҡта, уларҙың береһе шартлай.
Артурҙың елкәһенә ярсыҡ тейә, Андрей контузия ала, аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнә. Яралылар хәрби клиник госпиталгә оҙатыла. Фажиғәнең сәбәбе тикшерелә.
Армияны контрактсылар менән тулыландырыу тураһында күп һөйләнелә, яҙыла. Ләкин ысынбарлыҡ башҡаны күрһәтә: мәктәп партаһы артынан ғына сыҡҡан егеттәребеҙ йәрәхәттәр ала, имгәнә, ғүмерҙәре ҡыйыла. “Уйынсыҡ” мина, снарядтарҙы “шартлатып” ҡына бер нисә ай өйрәнгән, әле мыйығы ла сыҡмаған үҫмерҙәрҙең хәрби ант ҡабул итеү менән генә профессиональ белгес була алыуы икеле. Был сағында тәжрибәле, үҙҙәре теләп контракт төҙөгән ир-егеттәр алғы сафтарҙа булырға тейеш тә бит...
Т. МУСИН.