Бәхил бул, ил ағаһы04.09.2012
Бәхил бул, ил ағаһыРСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың халыҡ мәғарифы отличнигы, педагогия хеҙмәте ветераны Муллағолов Марат Ғизетдин улы 73-сө йәшендә арабыҙҙан китте.
М.Ғ. Муллағолов 1940 йылдың 20 мартында Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Хеҙмәт юлын үҙҙәренең “Ҡыҙыл таң” колхозында башлай, өс йыл буйы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Унан һуң Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1968 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Уның мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге артабан Әтек һигеҙ йыллыҡ, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай һәм Әбделмәмбәт урта мәктәптәрендә дауам итә. Төрлө йылдарҙа ул һынлы сәнғәт, тарих, тәбиғәт, ботаника, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла, мәктәп директоры ла булып эшләй, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү, халыҡтың борондан килгән кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса күп эш башҡара. Марат Ғизетдин улы 1970 йылда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, һынлы сәнғәте (башҡорт халҡының биҙәү сәнғәте),экологик белем һәм тәрбиә буйынса үҙ концепцияһын булдырып бойомға ашырған (1990 йылдарҙа уҡ ошо өлкәләр буйынса үҙ лабораторияһын да аса) педагогтарҙан һанала.
Ул — мәктәптә балаларға экологик тәрбиә биреү проблемаларын күтәргән тәүге уҡытыусы, 1982 йылда Таллинн ҡалаһында, 1983 йылда Әстрханда Бөтә Союз конференцияларында ҡатнашҡан эколог. Ошо өлкәлә арымай-талмай эшләгәне өсөн Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең “Бәләкәй миҙал”ы, ә Иҫке Монасип мәктәбе “Ҙур миҙал” менән бүләкләнә.
М. Ғ. Муллағоловтың педагогик эшмәкәрлеге менән күренекле ғалимдар ҙа ҡыҙыҡһына, мәктәбен килеп күреп, уның хеҙмәтен юғары баһалайҙар. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Педагогик инновациялар институты академигы А.М. Цирюльников М.Ғ. Муллағоловтың эш тәжрибәһен “Неопознанная педагогика” тигән китабында һоҡланып яҙып сыҡты.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, М.Ғ. Муллағолов бай педагогик тәжрибәһен, тәрбиә мәсьәләләренә арналған яҙмаларын китап итеп сығарыу менән шөғөлләнде. Тәүге китабы “Бөркөттәрем күңел күгендә” (2010) мәктәп уҡытыусыларына ҙур бүләк булды — ул Бөрйән районының тотош мәғариф хеҙмәткәрҙәренә таратып бирелде. Һынлы сәнғәт һәм эстетик тәрбиәгә арналған “Матурлыҡҡа табынам” тигән икенсе китабын ул күптән түгел генә ҡулына алып ҡыуанғайны.
Һоҡланғыс кеше, тынғыһыҙ уҡытыусы, тәрбиәсе, тыуған еренә, иленә һәм теленә, халыҡ тарихына оло һөйөү, ихтирам йөрөткән һәм бүтәндәрҙе лә ошо рухта тәрбиәләүгә күп көс һалған шәхес, ил ағаһы хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр.

Туғандары, ауылдаштары, яҡташтары
һәм барлыҡ дуҫтары исеменән Ҡәҙим АРАЛБАЕВ,
Мирза МУЛЛАҒОЛОВ, Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ.


Вернуться назад