Ҡыйбат, әммә кәрәк01.09.2012
Юлдар, юлдар... Рәсәйҙең иң ҙур проблемаһының береһе ул. Кисә Республика йортонда ла һүҙ ошо хаҡта барҙы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барған кәңәшмәлә “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт компанияһы идаралығы рәйесе Сергей Кельбах та ҡатнашты.
Унда республикала транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Билдәле булыуынса, “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт коридоры Башҡортостан аша ла үтә. Бында “Баулы-Күмертау” юл участкаһы күҙ уңында тотола. Президент уны өҫтөнлөклө проект тип атаны, сөнки ул халыҡ-ара, төбәк-ара һәм урындағы автомобиль юлдарын үҫтереүҙә ҙур роль уйнаясаҡ.
— 2015 йылға тиклем автомобиль юлдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа ҡабул иттек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Уны финанслау өсөн 90 миллиард һум аҡса талап ителә. Һандар бик ҙур, әммә аҡса табырға кәрәк, кире осраҡта юлдарҙың хәле хөртәйәсәк кенә.
Был юл участкаһын төҙөүгә федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк.
— “Европа — Көнбайыш Ҡытай” проектын тормошҡа ашырыу график буйынса бара, — тине Сергей Кельбах. — Башҡортостанда был проект беҙҙең ҡатнашлыҡ менән барасаҡ.
Салауат ҡалаһында “Битум — Технопарк” терминаль-склад комплексы төҙөлөшө лә республикаға бик кәрәкле проект, уны тормошҡа ашырыу ҙа Федераль үҙәк ярҙамында алып барыласаҡ.
Ә М-5 һәм М-7 федераль трассаларын бәйләүсе транспорт коридорын төҙөүгә килгәндә, уның яҙмышы әлегәсә хәл ителмәгән. Ул баш ҡалала Менделеев урамы аҫтынан тоннель, Өфө йылғаһы аша күпер төҙөүҙе лә үҙ эсенә ала. Сергей Кельбах әйтеүенсә, уны инвестиция проекттары иҫәбенә индереү өсөн проект дәүләт компанияһының эске экспертизаһын да үтмәгән. Рөстәм Хәмитов ҡала властарына йыл аҙағына тиклем проекттың яҙмышын хәл итергә йәки унан баш тартыу юлдарын уйларға ҡушты.
Кәңәшмә ваҡытында баш ҡалала тиҙ йөрөшлө трамвайҙар, метробустар хәрәкәтен үҫтереү, Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем суднолар йөрөшөн яңынан тергеҙеү кеүек мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад